Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Ноябрь 2019, 17:32

Бындай техника күптән кәрәк ине

Баймаҡ районының Урғаҙа ауыл биләмәһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты тарафынан янғын һағы ҡоролмалары менән тәьмин ителгән янғын һүндереү машинаһы бүленде.

Баймаҡ районының Урғаҙа ауыл биләмәһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты тарафынан янғын һағы ҡоролмалары менән тәьмин ителгән янғын һүндереү машинаһы бүленде. Яңы техниканы урынлаштырыу өсөн Урал аръяғының агросәнәғәт колледжының буш торған бинаһы ҡуртымға алынған. Бинаға реконструкция эштәре атҡарылған, яңы тимер ишектәр ҡуйылған. Әлеге мәлдә бында йылытыу системаһы яңыртыла. Килешеү нигеҙендә 3 кеше эшкә алынған, киләсәктә уларҙы уҡытыу мәсьәләһе хәл ителә.