АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Октябрь 2019, 12:29

Әбештәр тәмле бешерә

Бауырһаҡ, сәк-сәк, урама, лоҡом, ҡош теле... Баллы, шәкәрле, ҡуйыртылған һөтлө... Мәкле, сәскәле... Ҡуштау, ҡурай, тирмә, иләү формаһындағы һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған “Сәк-сәк” байрамында күрергә мөмкин ине.

Бауырһаҡ, сәк-сәк, урама, лоҡом, ҡош теле... Баллы, шәкәрле, ҡуйыртылған һөтлө... Мәкле, сәскәле... Ҡуштау, ҡурай, тирмә, иләү формаһындағы һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған “Сәк-сәк” байрамында күрергә мөмкин ине.
Сараны уҙғарыуға биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, фельдшер Рәйсә Күскилдина менән Бәләкәй Арыҫланғол ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлназ Сурина ҙур көс һалды. Биләмә башлығы Таһир Юнысовтың һәр башланғысты күтәреп ала белеүен дә баһалап үтергә кәрәк. Көҙ мәшәҡәттәр күплегенә лә һылтанмай, биләмәгә ҡараған биш ауылдың уңғандары ихлас ҡатнашты. Улар бешереп алып килгән татлы милли ризыҡ төрлөлөгө менән хайран итте.
Ҙур Арыҫланғол ауылы уңғандары, мәҫәлән, бауырһаҡтың һәр төрөн бешерергә тырышҡан, Һаҡмар-наҙарғолдар туй сәк-сәген айырым нәзәкәтлек менән биҙәгән, бәләкәй арыҫланғолдар (вәзәмдәр) ризыҡҡа милли мәғәнә һалырға тырышҡан. Ҡурай, тирмәләр формаһындағы сәк-сәк әҙерләгән. Әбештәр өҫтәлендәге сәк-сәктәр рецепт төрлөлөгө менән айырылып торҙо, бында бал менән генә түгел, ҡуйыртылған һөт тә ҡулланып эшләгәндәр. Ә инде үрнәктәр “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тигән девиз менән сыҡты, сөнки байрамда ҡатнашыусылар 70 йәште үткән ил инәләре. Улар боронғо рецептарға таянып бешеренгән.
Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Конкурс булғас, ауыр булһа ла, еңеүсене лә билдәләргә кәрәк.
Беренселеккә - бәләкәй арыҫланғолдар, икенсе урынға--ҙур арыҫланғолдар һәм һаҡмар-наҙарғолдар, өсөнсө урынға әбештәр менән үрнәктәр сыҡты. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм биләмә башлығының бүләктәре һәр ҡатнашыусыға бирелде.
Татлы байрам күмәкләп әҙерләгән мул сәй табынында дауам итте. Оҫтабикәләр бешереү серҙәре менән бүлеште, бер-береһенең рецептары менән танышты.