Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Октябрь 2019, 16:19

Иғтибарҙары ҡиммәт

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов республика, Рәсәй кимәлендә юғары наградаларға лайыҡ булыусыларҙы шәхсән ҡотлауҙы матур йолаға әүерелдергән.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов республика, Рәсәй кимәлендә юғары наградаларға лайыҡ булыусыларҙы шәхсән ҡотлауҙы матур йолаға әүерелдергән. 15 октябрҙә баш ҡалала “Әсәлек даны” миҙалы алған күп балалы әсәләр араһында Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһынан Виктория Григорьева бар. Ҡатын үҙе лә, ире лә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшселәре. Уларҙың ишле ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә.
Бәхетле әсә менән бергә дан уҡытыусылар ҙа тәбрикләнде. Башлыҡ “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған Рәйфә Түләбаеваны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ришат Хөсәйеновты, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурстары еңеүселәре Рәсимә Ибраһимованы, Миңлегөл Кинйәбулатованы ихлас ҡотланы.
Үҙенсәлекле осрашыуҙың иң күңелле мәле—төбәккә ҡайтып хеҙмәт юлын башлаған йәш табиптарға сертификат тапшырыу булды. Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, акушер-гинеколог Гүзәл Ильясова, терапевтар Юлия Пручай, Фирүза Сурина, фельдшер Мария Миляевалар башлыҡ ҡулынан аҡсалата ярҙам алды. Программа сиктәрендә, киләсәктә район халҡының сәләмәтлеге һағында торасаҡ йәш белгестәрҙең барыһына ла ошондай сертификаттар тапшырыу күҙаллана.