Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Октябрь 2019, 13:34

Бүләктең еллеһе эләккән

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республика етәкселеге ошо тармаҡ идаралыҡтарына ҙур бүләк яһаны--яңы грейдер, самосвал, тракторҙар бирҙе. Ҡеүәтле техника асҡыстарын юлсыларға Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы. Өлөшлөләр араһында Баймаҡ ДРСУ-һы идаралығы ла бар.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республика етәкселеге ошо тармаҡ идаралыҡтарына ҙур бүләк яһаны--яңы грейдер, самосвал, тракторҙар бирҙе. Ҡеүәтле техника асҡыстарын юлсыларға Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы. Өлөшлөләр араһында Баймаҡ ДРСУ-һы идаралығы ла бар: улар 2 берәмек техника—Т-150 һәм ТО-18 погрузчигына эйә булды.
Ошо арала юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы паркына тағы автогрейдер һәм башҡа техника ҡайтарыласаҡ.
Юлсыларға бындай яңыртыуҙар бик кәрәк, сөнки уларҙы урындағы, республика ҡарамағындағы автомобиль юлдарын проектлау һәм ремонт уҙғарыу кеүек мөһим эштәр көтә. Киләһе йылдар ҙа идаралыҡ өсөн көсөргәнешле осор буласаҡ, тип күҙаллана.