Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Октябрь 2019, 09:52

100 йыллыҡҡа — 100 ҡош-ҡорт

Йылайыр районы Сидоровка мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ҡыҙыҡлы конкурс үткәрҙеләр. Ул « 100 йыллыҡҡа — 100 ҡош-ҡорт һәм 100 банка» тип аталды.

Йылайыр районы Сидоровка мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ҡыҙыҡлы конкурс үткәрҙеләр. Ул « 100 йыллыҡҡа — 100 ҡош-ҡорт һәм 100 банка» тип аталды.
105 ҡош-ҡорт ҡараған ауыл уңғаны Ласынова Фәйзә Ғәлимйән ҡыҙы, ауыл ерендә эш ни тиклем күп булмаһын, 115 банка ҡайнатма, салат әҙерләүгә өлгәшкән. Ә бына 7 бала әсәһе Гөлсәсәк Рәшит ҡыҙы Ҡотоева 145 баш ҡош-ҡорт тота.
Бына шундай бөтмөр, эшкә шәп ҡатындар йәшәй ауылда!