Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Октябрь 2019, 10:03

Татыу парҙар тәбрикләнде

Баймаҡ районы Иҙрис ауылы клубында Ҡолсора ауыл биләмәһендә 60 һәм 50 йыл бергә йәшәүсе парҙар тәбрикләнде.

Баймаҡ районы Иҙрис ауылы клубында Ҡолсора ауыл биләмәһендә 60 һәм 50 йыл бергә йәшәүсе парҙар тәбрикләнде.
тантанаға гәүһәр туйҙарын билдәләүсе - Әшерәф һәм Гөлшат Абдрахмановтар, алтын туйҙарын туйлаусылар - Юлай һәм Рәмзиә Мостафиндар, Рәхмәт һәм Зәбирә Зәйнуллиндар саҡырылды. Кисәлә шулай уҡ юбилярҙарҙың балалары, туғандары ла ҡатнашты. "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең өҙҙөрөп бейеүе, "Зарифа" фольклор ансамбленең (етәксеһе Халиҡова Р.А.) дәртле йыр-моңдары байрамға йәм, ҡот өҫтәне. Ҡолсора ауыл хакимиәте башлығы Р.С.Ишмырҙин үҙенең ҡотлау сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың бүләктәрен тапшырҙы.
Кисәне юғары кимәлдә үткәреүселәргә - мәҙәниәт хеҙмәткәре Халиҡова Рәсимә Әнеүәр ҡыҙына, китапханасылар Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы һәм Миңнур Ғәйнулла ҡыҙы Мөхәмәткужиналарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Сәләмәт һәм иманлы тормош алып барыусы, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләребеҙ күп булһын, уларҙан йәштәр өлгө алһын, тип теләйбеҙ.