Хәйбулла районындағы УГМК Холдингы “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең вахта ҡаласығында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өр-яңы ятаҡ сафҡа инде. Баҡыр-цинк руда ятҡылығы эшкәртелгән йәмғиәттә Урал аръяғы райондарынан, шул иҫәптән Сибай ҡалаһынан бик күптәр вахта графигына ярашлы йөрөп эшләй. 15 көн дауам иткән вахта барышында эшселәр бөтә уңайлыҡтары булған ҡаласыҡта йәшәп, унан 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан сәнәғәт майҙансығына автобустар менән алып барыла.
Юбилей ятҡылығында производсто ҡеүәтен арттырыу бурысы тора. Подольскийҙа баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртә башлау ҙа предприятие персоналының һанын күбәйтеүгә илтә. Ошондай ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып йәмғиәт былтыр вахта ҡаласығында ике яңы ятаҡ һалдыра башлағайны. Ошо көндәрҙә уларҙың береһе төҙөлөп бөттө. Ике ҡатлы ятаҡ 30 блоктан тора, уларҙың һәр ҡайһыһында 2,3 кешегә иҫәпләнгән 2-шәр бүлмәләр бар. Һәр бүлмәлә санузел, душ кабиналары, мебель, һыуытҡыс булыуы ла бик ҡулай. Ҡат һайын аш-һыу әҙерләү бүлмәһе булыуы ла отошло. Бинаның цоколь ҡатында көнкүреш һәм хужалыҡ бүлмәләре урынлашҡан. Яңы ятаҡта 140 кеше йәшәйәсәк.
Бинаны асыу тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылар уның янында ғына миләш аллеяһы булдырып, ҡыуаҡтар ултырып сыҡты.
Сираттағы ятаҡты ла сафҡа индереү оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ. 1 айҙан унда ла төҙөлөш эштәре тамамланырға тора.
Киләсәктә йәмғиәт етәкселеге тағы ике ятаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота. Артабан бында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, күп функциялы спорт майҙансығы төҙөү ҙә ҡарала.