Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Сентябрь 2019, 12:32

ЙӨҘҘӘРЕ—ЯҠТЫ, КҮҢЕЛДӘРЕ—АСЫҠ

Баймаҡ районының Билал ауыл биләмәһенә ҡараған Билал, Күгиҙел, Һәмән, Өмөтбай ауылдарында әүҙем, дәртле халыҡ йәшәй. Ул тарафтарға эш сәфәре менән барасағыбыҙҙы белгертеү була, беҙ барыуға әллә ниндәй саралар әҙерләп тә торалар. Был юлы Билал мәктәбе филиалы булған Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары беҙҙе хатта концерт ҡуйып ҡаршы алды.

Баймаҡ районының Билал ауыл биләмәһенә ҡараған Билал, Күгиҙел, Һәмән, Өмөтбай ауылдарында әүҙем, дәртле халыҡ йәшәй. Ул тарафтарға эш сәфәре менән барасағыбыҙҙы белгертеү була, беҙ барыуға әллә ниндәй саралар әҙерләп тә торалар. Был юлы
Билал мәктәбе филиалы булған Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары беҙҙе хатта концерт ҡуйып ҡаршы алды.
—Мәктәптә 15 уҡыусы белем алһа, бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан балалар баҡсаһына 18 сабый йөрөй,—ти 27 йыл ғүмерен китапханаға арнаған Зифа Мәүлитова, эшмәкәрлектәре менән таныштырып.—Педагогтар Әнисә Әғзәм ҡыҙы Сирусина, Земфира Сабит ҡыҙы Фәттәхова, Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ашнаҡсыбыҙ Юлиә Билалова, тәрбиәсе ярҙамсыбыҙ Лена Асылбаева ла һәр ерҙә беренсе ярҙамсылырабыҙ.
Күгиҙелдәр “Атайсал” гәзитенең тоғро дуҫтары булыуын раҫлап, йылдам ғына 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзитебеҙгә яҙылды.
Оҙаҡ йылдар ауыл хужалыҡтарында һауынсы булып маҡталып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Һылыубикә Бикйәнова ике күршеһенә—Фәриҙә Мәжитова һәм Гөлсинә Рыҫҡоловаға беҙҙең баҫманың квитанцияһын бүләк итте. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған өлкән быуын вәкиленә бағыусылыҡ хас. Ул Ололар көнө уңайынан ойоштороласаҡ
байрам табынына ит бирәсәген дә белгертте. Һылыубикә инәйгә ҙур рәхмәт!
Артабан Һәмәнгә юл тоттоҡ. Бында ла беҙҙе ауылдың йәше, олоһо ихлас ҡаршы алды.
—Һуңғы арала ауыл халҡының эшен туҡтатып ямғыр яуа. Кемдер бесәнен ташып бөтмәгән, кемдер картуф ала башлаған да ташлаған. Шул арала берәй сара үткәрәйек әле тип, халыҡты мин
ҡуҙғытам,—ти Билал ауылының тынғыһыҙ китапханасыһы Райхана Булатова.
Был юлы Райхана Эдуард ҡыҙы Һәмән ауылында "Китаптарҙа данланған картуф" байрамын шартына килтереп ойошторҙо. Әйткәндәй, төбәктә быйыл да һәр ваҡыттағыса картуф ишелеп уңған. Оҫта хужабикәләр—Айгөл Сафина, Фәһимә Һибәтуллина, Нурзиә Йәнгилдина, Сәғилә Ғайсина, Рәйлә Кинйәбулатова, Тәнзилә Мырҙина, Гүзәл Танһыҡҡужина картуфты төрләндереп бешереп, мул табын әҙерләгән, самауыр ҡайнатҡан. Альбина Йәнгилдина картуфтан төрлө әйберҙәр эшләп, күргәҙмә яһаған. Әсәле-ҡыҙлы Фатима Ғайсина менән Әлфиә Һибәтуллина ҡул эштәрен теҙгән. Мәғариф ветераны Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы Әминева картуфтың килеп сығыу тарихын һөйләне. Оло йәштәге Фәриҙә, Мәхмүзә инәй Асҡаровалар “икенсе икмәк” тураһында таҡмаҡтар сығарып әйтте. Тыл ветераны, ауылдың иң оло кешеһе—95 йәшлек Зөһрә инәй Әминева һуғыш йылдарын иҫкә алып, картуф шул ваҡытта аслыҡтан ҡотҡарыусы булды тип хәтирәләргә бирелде.
Һәмәндәр үҙҙәрен борсоған аһ-зарҙары менән дә уртаҡлашты. Ауылдарында клуб янғандан һуң йыйылып ултырыр урындары булмауын, юлдарға ҡырсын түшәү зарурлығын, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә хәл итергә кәрәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
Өмөтбай ауылында ла тормош һәүетемсә дауам итә. Китапханасы Алгөл Латыпова, Билал ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаровтар беҙҙе ауылдарының иң абруйлы ғаиләләре менән таныштырҙы.
Гөлдәр Ҡадаева.