Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Сентябрь 2019, 12:15

Афарин, Наҙарғолдар!

Хәйбулла районы Һаҡмар Наҙарғол ауылы халҡы республикала иғлан ителгән Айыҡ ауыл конкурсының район этабында ҡатнашырға хәл итте. Ауыл үҙенең төҙөклөге, кешеләренең тырышлығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ.

Хәйбулла районы Һаҡмар Наҙарғол ауылы халҡы республикала иғлан ителгән Айыҡ ауыл конкурсының район этабында ҡатнашырға хәл итте. Ауыл үҙенең төҙөклөге, кешеләренең тырышлығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Бында спиртле эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, тип тә хәбәр итәләр. Төрлө саралар, спорт ярыштары гөрләп үтеп тора. Үҙешмәкәр әртистәр үҙҙәренең сығыштары менән төрлө кимәлдә еңеүҙәр яулай. Иң тәмле ҡорот шулай уҡ ошо ауылда етештерелә. Юнысов Дауыт рәйеселегендәге ойоштороу комитетын да һайлап ҡуйҙылар һәм алдағы көндәргә эш планы төҙөп тә ҡуйғандар.
Афарин, Наҙарғолдар! Уңыштар һеҙгә!