АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Сентябрь 2019, 18:22

Тыуған ерҙең сәскәләре—ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың әле был, әле теге ерендә йәй буйы “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип аталған бик матур саралар үтте. Уның башланғысы ҡайһы төбәккә барып тоташалыр, билгеһеҙ.Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылының клуб мөдире Вәлимә Хәлиулла ҡыҙы ишетеп ҡалғас та, уны үҙебеҙҙә лә үткәреү хаҡында хыялланды.

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың әле был, әле теге ерендә йәй буйы “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип аталған бик матур саралар үтте. Уның башланғысы ҡайһы төбәккә барып тоташалыр, билгеһеҙ.
Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылының клуб мөдире Вәлимә Хәлиулла ҡыҙы ишетеп ҡалғас та, уны үҙебеҙҙә лә үткәреү хаҡында хыялланды.
Әлбиттә, хыял—бер нәмә, ә хыял иткән ниәтеңде тормошҡа ашырыу—бөтөнләй икенсе ғәмәл. Ниһайәт, өсөнсө йыл тигәндә генә Вәлимә ханым ошо уйлаған изге ниәтен ғәмәлгә ашырҙы. Байрамға әҙерлекте ихласлап ойошторҙо. Ваҡ-төйәгенә тиклем тикшереп, теүәлләп, кәрәк ерҙә ҡәтғи талаптар ҡуйып, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырманы.
Элеккесә ат еткән ергә—ат, хат еткән ергә хат ебәреп ыҙаланырға тура килмәне. Интернет аша ғына, Фәимә Мәжит ҡыҙының тырышлығы менән, бар илгә хәбәр һалдыҡ. Бар илгә тип әйтеүем бер ҙә арттырыу түгел. Сөнки Иҫәнбәт ауылы ҡыҙҙары бөтә ил буйлап таралған. Кемеһелер—Төркмәнстанда, кемеһелер—Иваново өлкәһендә, бәғзеләре—Себер тарафтарында, ҡайһы берҙәре күрше Татарстан Республикаһында тамырланып көн итә.
Көтөп алған байрамыбыҙ көткәндәгенән дә уңышлыраҡ килеп сыҡты. Иҫәнбәттәр һәр ваҡыттағыса ойошҡанлы булыуҙары, алсаҡлыҡтары, ихласлыҡтары, ҡунаҡсыллыҡтары менән алдырҙы.
Сараға туҡһан йәште үткән ил инәләренән башлап, ауылдан яңыраҡ ҡына сығып киткән ҡыҙҙарыбыҙға тиклем тыуған ерҙәрен һағынып ҡайтҡан ине.
93 йәшлек инәйебеҙ Мәрзиә Усманова (Байбулова) көр тауышы менән “Ауыл көйө”н йырлап ишеттерҙе. “Тағы ла саҡырығыҙ, ҡыуанып килербеҙ. Иҫән-һау саҡта осрашайыҡ,”—тине ул. Иҫтә ҡалырлыҡ сығыштар, бүләкләүҙәр, сағыу мәлдәр күп булды байрамда.
Һәр тәрбиәле хужа ҡунаҡ йыйғас, уларҙың күңелдәрен күреп, яҡшы тәьҫораттар менән оҙатырға теләй. Иманым камил, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙарыбыҙ ҡыуанышып, риза булып таралышты. Һәр хәлдә, социаль селтәрҙәге хәбәрҙәр, рәхмәттәр һәм фотолар шуға асыҡ дәлил.
Ошондай күркәм сараларҙа тағы ла күп-күп тапҡырҙар осрашырға яҙһын!
Гөлзифа Исрафилова.
Баймаҡ районы
Иҫәнбәт ауылы.