Хәйбулла районының хозур тәбиғәтле Йәнтеш ауылында быға ҡәҙәр стационар телефондан тыш элемтә сараһы юҡ ине. Күптән түгел йәнтештәр бер-береһе менән кеҫә телефоны аша һөйләшә башланы.
—Был хәлде беҙ күптән көттөк. Өй телефонынан тыш, бер аҙ Сотел операторы элемтәһе булып алды ул. Әммә МТС антеннаһы ҡуйыла тип уның бағанаһын былтыр уҡ алдылар,—ти ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ләйсән Бикбова.
Әйткәндәй, йәнтештәр оҙаҡ көткән керәҙле элемтә, ысынлап та, МТС операторы.
Кеҫә телефоны бәйләнеше барлыҡҡа килеүгә ауыл халҡы ғына түгел, был төбәкте тотоп торған, даны бөтә республикаға билдәле “Һаҡмар” шифаханаһында ял итеүселәр ҙә ҡыуана. Быға ҡәҙәр ситтән килеүселәр һәр ваҡыт элемтә булмағанға зарлана ине... Хәҙер ни бары МТС симкаһы алырға ғына кәрәк буласаҡ.
МТС операторының Башҡортостандағы директоры Егор Фисюк фейсбуктағы сәхифәһендә Йәнтештән тыш, төбәктең Атингән, Ғәлиәхмәт, Әбеш ауылдарында ла керәҙле элемтә барлыҡҡа килеүен белгертеп яҙҙы.