Башҡортостанда “Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин
итеү” программаһы эшләп килә.
Йылайыр районында уҙған аҙнала хакимиәт башлығы И.Л.Фәтҡуллин 4 кешегә күп ҡатлы йорттан фатир асҡыстары тапшырҙы. Өйҙәр санитар нормаларға тап килә, төҙөкләндерелгән. Фатирҙа эҫе һәм һыуыҡ һыу, канализация, душ кабиналары, ванна, газ плитәһе бар, газ үткән.
Хакимиәт башлығы фатир асҡыстарын Наил Ғариповҡа, Гөлсиә Юлбахтинаға, Илдус Шәмсетдиновҡа, Таңсулпан Яҡуповаға тапшырҙы һәм уларға йылы, ҡотло йортта бәхетле йәшәүҙәрен теләне. Улар иһә яуап итеп, хакимиәткә, хөкүмәткә рәхмәт белдерҙе.
2019 йылда район үҙәгендә урынлашҡан йәнә бер йорттан етем балаларға фатир бүлеү күҙаллана.