Әбйәлил районының Салауат ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хирург-онколог Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа үҙе төҙөткән хоспис янында һәйкәл асылды.
Скульпторы – Өфө егете Илдус Закиров.
Ишмырҙа Хәйернур улының хәләл ефете Венера Фәрит ҡыҙы ла – табип. Ул ире тураһында күп хәтирәләр яҙған. Был иҫтәлектәр хоспис музейында һаҡлана.
Шуны әйтергә кәрәк: хосписҡа нигеҙ һалыуға Венера ханым да ҙур өлөш индергән.
Республикала берҙән-бер хосписҡа нигеҙ һалыусы шәхесте барыһы ла тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Ишмырҙа Хәйернур улы — бик күптәрҙе ҡулдарының шифаһы менән генә түгел, ә күңел миһырбанлығы менән дә дауалаған изге йән.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың һәйкәленә нигеҙ һалыу эшен ойоштороп ебәреүсе Асҡар үҙәк район дауаханаһы хирург – онкологы Ринат Мәһәҙиев былай тип һөйләй:
—Башҡортостандың һәм БР Һаулыҡ һаҡлау системаһының — 100, онколог, проктолог Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуына арнап оло эш башҡарҙыҡ. Эш Илгиз Килдейәров етәкселегендәге район дауахана коллективы башланғысы, табиптың һеңлеһе Ғәлиә Солтанова һәм урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән атҡарылып сыҡты.
Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тимер һыны үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлеге йәғни үҙенең исемен йөрөткән хоспис алдына ҡуйылды.
2001 йылда Салауат ауылындағы хосписта булып, уның мөдире Ишмырҙа Һиҙиәтов менән осрашып, уның эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәлә яҙырға тура килде. Ул ваҡытта тыныслыҡ йортонда атаҡлы табип Урал аръяғының барлыҡ райондарынан ауыр сиргә тарыусыларҙы ҡабул итеп, уларҙың хәлдәрен еңеләйтеү менән булыша ине.