29 июндә Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында «Ҡыҙҙар ҡайта ауылға» сараһы уҙасаҡ. Төбәгебеҙҙә матур йолаға әүерелеп барған байрамға иҫәнбәттәр ихлас әҙерлек эштәре алып бара: ауылдарын төҙөкләндерә, йорт-ҡураһын буяй, биҙәй, концерт номерҙары әҙерләй, ҡул эштәре күргәҙмәһен хәстәрләй.
Ауылдың йөҙөк ҡашы булған «Һандуғастар» фольклор ансамбле етәксеһе Гөлзифа Исрафилова байрамға арнап шиғыр ҙа ижад иткән. Уны гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙҙар ҡайтты бөгөн ауылға,
Бер күрешер өсөн йән атып.
Ҡыҙҙар ҡайтты бөгөн ауылға,
Ҡыҙҙар ҡайтты бөгөн ауылға,
Төшөп китеп тәрән уйҙарға.
Йәшлек эҙе ҡалған урамдарҙы
Форсат барҙа йәнә барларға.
Ҡыҙҙар ҡайтты бөгөн ауылға,
Ҡунаҡ ҡына булып бер аҙға.
Йылы ҡосаҡтарын киң йәйеп.