Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Апрель 2019, 09:53

Сыңғыҙ ауылы халҡы республика акцияһына әүҙем ҡушылды.

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы халҡы республика акцияһына әүҙем ҡушылды. Улар ауыл осондағы яланға, йәғни ауылға ингән юл буйына 7 меңгә яҡын төп ағас ултыртты. Олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан өмә йырлы - моңло сара менән башланып китте. Ағас ултыртыу эшендә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы халҡы республика акцияһына әүҙем ҡушылды. Улар ауыл осондағы яланға, йәғни ауылға ингән юл буйына 7 меңгә яҡын төп ағас ултыртты.
Олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан өмә йырлы - моңло сара менән башланып китте. Ағас ултыртыу эшендә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнис Әминев та ҡатнашты. Ул ауыл активистары Нияз Уразбаевҡа, Булат Рәжәповҡа, ауыл уҙаманы Фәйзрахман Усмановҡа ( әйткәндәй, ул 2017 йыл - Экология йылында Урал аръяғында уҙғарылған "Таҙа Һаҡмар" акцияһы инициаторы), ағас менән ярҙам иткән урмансыларға, мәктәп уҡыусыларына, ғөмүмән ауыл киләсәгенә битараф ҡарамаған сыңғыҙҙарға оло рәхмәтен белдерҙе. Ауыл мәсетенең имам - хатибы доға ҡылып, изге теләктәрен теләне.
Арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән, шуларҙың береһе - композитор Хөсәйен Әхмәтовтың "Тыуған ауылым" йырында данланған Сыңғыҙ киләсәктә тағы ла күркәмләнеп ҡалыр, тигән ышаныстабыҙ.
"Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 ҡарағас" девизы менән башланып киткән идея үҫеп, киңәйеп, меңәрләгән ағас ултыртыу менән тамамланды. Афарин, сыңғыҙҙар! Киләсәктә лә ауыл тәбиғәтенә, таҙалығына битараф булмаҫһығыҙ, үҙегеҙҙең күркәм өлгөлә йәш быуын тәрбиәләрһегеҙ, тигән өмөттәбеҙ!
Читайте нас: