АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Апрель 2019, 15:44

Радий Фәрит улы Хәбиров: «Сибай халҡына сабырлы, түҙемле булыуы, ауырлыҡты еңә алыуы өсөн оло рәхмәтемде белдерәм!»

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡаланың Йәш техниктар станцияһы базаһында асылған «Teсhno-TERRA» технопаркын асыуҙан башланы.Элекке Йәш техниктар станцияһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән үҙәктә 600-гә яҡын бала өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә.Радий Фәрит улын технопарк директоры Аида Ирек ҡыҙы Малкина эшмәкәрлектәре менән яҡындан таныштырҙы, белем биреү кабинеттарын күрһәтте. Осрашыу барышында Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ уҡытыусылар менән аралашты, уҡыусыларҙың уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында һорашты.

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡаланың Йәш техниктар станцияһы базаһында асылған «Teсhno-TERRA» технопаркын асыуҙан башланы.
Элекке Йәш техниктар станцияһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән үҙәктә 600-гә яҡын бала өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә.
Радий Фәрит улын технопарк директоры Аида Ирек ҡыҙы Малкина эшмәкәрлектәре менән яҡындан таныштырҙы, белем биреү кабинеттарын күрһәтте. Осрашыу барышында Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ уҡытыусылар менән аралашты, уҡыусыларҙың уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында һорашты.
«TeсhnoTERRA» технопаркында белем биреү алты йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, Робоквантумда шөғөлләнгән балалар робот техникаһы үҙенсәлектәрен өйрәнһә, Биоквантумда генетика, ботаника, микробиология, физиология менән ҡыҙыҡһынғандар шөғөлләнә.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусыға балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән, тышына «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!» тип яҙылған бокалдар бүләк итте. Радий Фәрит улы иһә үҙенең ихлас теләктәрен белдереп, яңы үҙәктең тәҡдимдәр китабына: «Уҡығыҙ! Тәүәккәлләгеҙ! Еңегеҙ!» тигән яҙыу ҡалдырҙы.
Әлеге көндә технопарктың коворкинг бүлегендә Урал аръяғы райондарының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы үҙәк төҙөү проекты бар. Өс йөҙ урынға иҫәпләнгән учреждениела малай-ҡыҙҙарға йыл әйләнәһенә белем алыу, сәләмәтлеген нығытыу, реабилитация үтеү мөмкинлеге ҡаралған.
«Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы менән һөйләштек. Үҙәкте төҙөргә килешелде. Быйыл проект эштәрен башлайбыҙ»,—тине Радий Хәбиров.
Артабан Радий Фәрит улы ҡаланың «Лукоморье» балалар паркында ағас ултыртты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ярашлы үткән был сарала Сибайҙан ун ғаилә ҡатнашты. Улар араһында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән парҙар ҙа, яңы өйләнешкәндәр ҙә, игеҙәктәр үҫтергән, тәрбиәгә бала алған йәш ғаиләләр ҙә бар ине.
Әйткәндәй, был парк уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса программаға ярашлы 2017 йылда асылды.
Радий Хәбиров ҡаланың сәнғәт колледжында үткән сарала Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле бер нисә ай дауамында әҙерлек режимында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмөнә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы ҡулынан төрлө дәүләт наградалары алыусылар араһында таусылар, табиптар, уҡытыусылар, журналистар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа иһә Салауат Юлаев орденын тапшырып, Радий Хәбиров:
—Был награда—ниндәйҙер кимәлдә аванс. Fәҙәти булмаған хәл, ни өсөн тигәндә, ҡағиҙә буйынса, беҙ муниципалитет башлыҡтарына Салауат Юлаев орденын тапшырмайбыҙ. Әммә был осраҡ—беҙҙең Рөстәм Әхмәткәрим улына рәхмәтебеҙ билдәһе. Ул ҡалала тыуған хәлгә бәйле ауырлыҡтарҙы үҙ иңенә алды, уларҙы бөтөрөүҙә бар тырышлығын һалды, яҡшы эшләне,—тине.
Радий Хәбиров А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры алдындағы майҙанда ойошторолған декоратив-биҙәү сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһен ҡараны, оҫталар менән аралашты.
Артабан ул Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналы сарала сығыш яһап, ҡала халҡын бер быуатлыҡ байрам менән тәбрикләне.
—Бер быуатлыҡ юбилейҙы ошо ерҙә, асылда республикабыҙҙың тыуған ерендә билдәләү айырыуса тулҡынландырғыс. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс бынан алыҫ түгел. Унда теүәл бер быуат элек алдағы яҙмышты билдәләгән ҡарарҙар ҡабул ителгән. Урал аръяғының беҙҙең көндәрҙә лә республикабыҙ үҫешендә мөһим урын тотоуын теләйбеҙ,—тине сығышында Радий Хәбиров.
Ул әле Сибайҙың хаҡлы рәүештә был төбәктең баш ҡалаһы тип йөрөтөлөүен, иҡтисади, мәҙәни, мәғрифәт үҙәге булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа ҡалала күп нәмә башҡарылған, айырыуса Урал аръяғын комплеслы үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, төбәк күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Әле дөйөм суммаһы 50 миллиард һумлыҡ 15 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла һәм планлаштырыла. Яңы хеҙмәт урындары булдырылған, эшһеҙлек кәмей.
Радий Фәрит улы шулай уҡ был төбәктә юл инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатындағы пландар хаҡында әйтте, былтыр газ тултырыу станцияһы асылыуын мөһим ваҡиға булараҡ билдәләне.
Экология мәсьәләһенә килгәндә, республика етәксеһе:
—Урында экологик хәл киҫкен торғанда Башҡортостан, тотош ил һеҙҙең менән бергә булды, һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырманы,—тине.—Яңы йылға тиклем хәлдәр нисек ине лә, бөгөнгө һауа торошон үҙегеҙ күреп-беләһегеҙ. Таусылар, ҡала етәкселеге, барлыҡ йәмәғәтселек уртаҡ маҡсатта берләште. Был бик мөһим. Яҡын арала карьерға һыу ағыҙыу дауам итәсәк, ҡалған мәсьәләләрҙе лә яйға һаласаҡбыҙ.
Радий Фәрит улы ҡаланы төҙөкләндереү буйынса һуңғы йылдарҙа ҙур эш башҡарылғанын, торлаҡ төҙөлөшөнөң дауам ителеүен билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау тармағына килгәндә, медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар, яҡшы кадр-ҙар менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәген, перинаталь үҙәккә тиҙҙән капиталь ремонт яһала башлаясағын әйтте. Сибайҙа шулай уҡ һөт кухняһы асыласаҡ. Радий Фәрит улы фекеренсә, ҡалаға онкология һәм кардиология үҙәктәре лә кәрәк, улар тотош Урал аръяғы халҡын ҡабул итерлек булырға тейеш.
Республика етәксеһе үҙ сығышында Сибайҙа мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүленеүен телгә алды, «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк йыр бәйгеһен, быйыл башлап үткәрелгән «Урал аръяғы тауышы» конкурсын баһалап уҙҙы.
Спортҡа килгәндә, «Труд» стадионын яңыртыу, унда ҙур көрәш залы асыу планлаштырылыуы хаҡында белдерҙе.
—Мәғариф тармағында кадрҙар ҡеүәтен нығытыу, йәштәрҙе бөгөн ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә уҡытыу мөмкинлеген киңәйтеү мөһим,—тине Радий Хәбиров, сығышын дауам итеп.—Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында Сибайҙа башҡорт, рус һәм инглиз телдәре тәрән өйрәнелгән лингвистик гимназия асыу ҡарарын ҡабул иттек.
Республика етәксеһе ҡала халҡына Ҡырым Башлығы Сергей Аксеновтың сәләмен еткерҙе, унан Сибай балалары тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишетеүенә һөйөнөүен белдерҙе.
—Һәр ваҡытта ла ошолай көслө, аҡыллы, берҙәм, башҡаларға ысын өлгө булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Ә беҙ Сибайҙы йәшәү өсөн уңайлы ҡала итеүгә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ,—тине Радий Хәбиров һүҙен йомғаҡлап.—Сибай халҡына сабырлы, түҙемле булыуы, ауырлыҡты еңә алыуы өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.
Артабан Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы ҡаланы үҫтереүгә күп көс һалған абруйлы хеҙмәт кешеләренә, ҡаланың Почетлы граждандарын, йәмәғәтселәрҙе «Башҡортостан Республикаһы булдырылыуға 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләне.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Аструм Сибай ярыммарафоны» уҙышында ла ҡатнашты.
Был сара республика буйынса Bashrun еңел атлетика йүгерештәре серияһын асып ебәрҙе.
Үҙәк майҙанда старт бирелгән уҙышта меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандан ғына түгел, ә Алтай, Пермь крайҙарынан, Киров, Мәскәү, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан килгәндәр бар ине.
Йүгеректәргә өс дистанция тәҡдим ителде: 21,1, 10 һәм 2 саҡрым. Радий Фәрит улы 2 саҡрымға ярышты һәм финишҡа бик ҡәнәғәт килеп инде. Йүгереп арыуына ҡа-рамаҫтан, балалар, йәштәр, өлкәндәр менән бик ихлас аралашты һәм иҫтәлеккә фото төштө.
Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров та ҡатнашты.
—Ярым марафонды ҡалдырмай йүгерәм. Был юлы 10 саҡрымға ярышҡандан һуң, 2 саҡрымлыҡ VIP-йүгереүҙә лә көсөмдө һынап ҡараным. Әйтергә кәрәк, йылдан йыл дистанцияны уҙыу еңелерәк тә, ваҡыты ла камиллаша. Тәүге йылда 10 саҡрымды 1 сәғәт тә 4 минутта уҙһам, быйыл 50 минутта финишта инем. Ваҡыт тар булыуға ҡарамаҫтан, физик мөмкинлегем өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһе был,—тине Зариф Байғусҡаров.
Үҙәк майҙанда ойошторолған күмәк саранан халыҡ бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Һүрәттә: Радий Фәрит улы Хәбиров Сибай ҡалаһы хакимиәтенең архив бүлеге етәксеһе Н.И.Зәйнуллинаға Маҡтау ҡағыҙы тапшыра;
Р.Ф.Хәбиров ярыммарафонда ҡатнашты.