Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Март 2019, 12:01

ҒҮМӘР—СӘЛӘМӘТ АУЫЛ

Баймаҡ ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда «Сәләмәт ауыл-2019» конкурсында еңеүсе Fүмәр ауылына күсмә кубок һәм аҡсалата приз тапшырылды.Fүмәр—бәләкәй генә ауыл. Бында клуб та, мәктәп тә юҡ. Әммә был уларға тулы ҡанлы тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, ижад итергә, эшләргә һәм балаларҙы тәрбиәләргә ҡамасауламай.

Баймаҡ ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда «Сәләмәт ауыл-2019» конкурсында еңеүсе Fүмәр ауылына күсмә кубок һәм аҡсалата приз тапшырылды.
Fүмәр—бәләкәй генә ауыл. Бында клуб та, мәктәп тә юҡ. Әммә был уларға тулы ҡанлы тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, ижад итергә, эшләргә һәм балаларҙы тәрбиәләргә ҡамасауламай.
—Беҙҙең ауылда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Йәштәр һәм эшһөйәр ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе—Йәрмөхәмәтовтар. Улар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, әүҙемдәр. Fаилә башлығы Айгиз ир-егеттәр ҡорон етәкләй, спортты, сәләмәт йәшәүҙе үрнәк итеп ҡуя, тәбиғәт ҡосағында төрлө саралар ойоштора. Ҡатыны Әминә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Ҡыҙҙар-йондоҙҙар» түңәрәге алып бара. Беҙ, уларҙың ауылдаштары, уларға эйәрәбеҙ, барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашабыҙ,—ти мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү төркөмө тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева.
Ысынлап та, ауылда аҙна һайын ниндәйҙер сара үтә. Йә саңсылар ярыша, йә аттар сабышы үткәрелә, йә балыҡсылар йыйыла, йә күмәкләшеп егеттәрҙе әрмегә оҙаталар. Алама ғәҙәттәргә уларҙың ваҡыты ла ҡалмай.
Ф.Рахманов.