Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Март 2019, 12:26

Игеҙәк сабыйҙар—илгә биҙәк

Сибай ҡалаһында былтыр 13 пар игеҙәк тыуған. Быйыл ике айҙа ғына ҡаланың ЗАГС бүлегендә 3-сө тапҡыр игеҙәктәр тыуыуы теркәлгән. 3-сө булып яҙылыусы ҡыҙ һәм малай 16 февралдә тыуған.

Сибай ҡалаһында былтыр 13 пар игеҙәк тыуған. Быйыл ике айҙа ғына ҡаланың ЗАГС бүлегендә 3-сө тапҡыр игеҙәктәр тыуыуы теркәлгән. 3-сө булып яҙылыусы ҡыҙ һәм малай 16 февралдә тыуған. Данир Исмәғил улы һәм Гүзәл Мөнир ҡыҙы Бураншиндарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп тыуған бәләкәстәргә Баязит, Рания тип исем ҡушҡандар. Граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге етәкселеге бер юлы ике балалы—ике шатлыҡлы булған Бураншиндарҙы ихлас ҡотлап, сабыйҙары тыуыуы хаҡында танытма, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.