Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Февраль 2019, 11:53

Ҡышҡы паркта күңелле

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркы күптән инде ҡалалаштарҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелгән. Йыл әйләнәһенә бынан халыҡ өҙөлмәй. Йәйгеһен кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн төрлө аттракциондар эшләһә, ҡышҡы ял өсөн дә бында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Ҡышҡы паркта күңелле
Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркы күптән инде ҡалалаштарҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелгән. Йыл әйләнәһенә бынан халыҡ өҙөлмәй. Йәйгеһен кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн төрлө аттракциондар эшләһә, ҡышҡы ял өсөн дә бында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Йәш директор Илгиз Әхмәтшин етәкләгән парк коллективы сибайҙар өсөн төрлө төрлө күңел асыу саралары, акциялар уйлап сығарып тора. Ҡалалаштар бында уҙғарылған ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивален, хип-хоп, рок, ретро кисәләрҙе һаман һағынып иҫкә ала. Ҡыш миҙгеле башланыу менән бында һырғалаҡ яһанылар, каток туңдырып, прокат өсөн 85 пар коньки һатып алғандар. Ололар ҙа, йәштәр ҙә бында ҡыш буйы рәхәтләнеп конькиҙа шыуа. Парк биләмәһендә һалынған саңғы юлы бер ваҡытта ла буш булмай. 2020 йылда республикабыҙҙа үтәсәк фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткән милли костюмдарҙа конькиҙа уҙышта Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары әүҙемлек күрһәткән. Паркта үткән бал байрамында ла халыҡ күп булған. Балалар ижады үҙәгенең «Мода студияһы» тәрбиәләнеүселәре, волонтерҙар ағастарҙы биҙәү өсөн аллы-гөллө бәйләмдәр бәйләгән. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бында әрме сафын үтеп ҡайтҡан ир-егеттәр өсөн ташламалар яһалған. Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ: бында һәр ваҡыт физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, приютта тәрбиәләнеүселәргә айырым иғтибар бүләләр. Бында улар бушлай йәки ташламалар менән хеҙмәтләндерелә.
--Паркыбыҙ ҡала сәхнәһе майҙансығына, ял үҙәгенә әүерелһен өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ҡышҡы айҙарҙа ғына беҙгә 4760 кеше килеп ялдарын файҙалы уҙғарыуы ғына күп нәмә хаҡында һөйләй,--тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Илгиз Әнис улы.—Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. Ҡала хакимиәтенең 2018 йылға яһаған йомғаҡтары буйынса «Йыл асышы» номинацияһында еңеү яуланы. Был дөйөм коллективтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Юрий Симириков, Оксана Михайлова, Ирина Акулинина, Юлдаш Юлдыбаев, Ильяс Сафин кассирҙар, аттракциондар операторҙары—барыһы ла тырышып эшләй.
Ял көнө катокта кеше күп. Мәҫәлән, Резеда Вәлиева ҡыҙы Нурия менән бында икенсе тапҡыр конькиҙа шыуырға килгән. «Конькиҙы Нурияға прокатҡа алдыҡ, махсус тотонғос ярҙамында иркенләп шыуа ала. Йылыныр өсөн буфеттан эҫе сәй алып эстек. Күңелле бында, беҙгә оҡшай»,--ти әсә, ҡәнәғәт йылмайып.
Парк хеҙмәткәрҙәре:«Ашығығыҙ, ҡыш миҙгеле тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды!»--тип ҡалалаштарға мөрәжәғәт итә. Иртәнге сәғәт 09.00 киске 18.00 сәғәткә тиклем саңғы, коньки прокаты эшләй.
Читайте нас: