Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Февраль 2019, 16:53

Шуҡтар сыҡты сәхнәгә

Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына шаяндар һәм состар йыйылды.

Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 6-сы тапҡыр башҡорт КВН-ы үткәрелә. Ул йыл да Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнала. Быйыл был сара халҡыбыҙҙың күренекле улы Мостай Кәримдең тыуыуына--100 йыл, Башҡортостан Республикаһы булдырылыуға 100 тулыуға һәм Театр йылына бағышлана.
Шуҡлыҡта, сослоҡта ҡала мәктәптәренән 6 команда көс һынаша. Мәғариф бүлеге методисы А.М.Моталлапова етәкселегендәге жюри уларҙың сығышына баһа бирә.