АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Февраль 2019, 17:10

Билдәле рәссам - Сибайҙа

Сибайҙа тыуып үҫеп, әле Санкт-Петербургта йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) ҡаланың Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән ата-әсәһе янына йыш ҡайта. Был юлы ҡайтҡанында ҡасандыр үҙе ҡулына тәүге тапҡыр буяуҙар тотҡан, беренсе һүрәттәрен төшөргән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

-– Санкт-Петербургта йәшәһәм дә, күңелем гел тыуған яғымда, – тине рәссам. – Интернетта ла, Питер телевидениеһында ла Сибайҙағы экологик хәл тураһында йыш хәбәр ителә. Яҡындарымдың хәлен белергә, кәрәк икән, ярҙам итергә, кескәй дуҫтарыма һабаҡ бирергә ашҡынып ҡайттым. Урында килеп тыуған мәсьәләне яйға һалыу өсөн тейешле бар бурыстар атҡарыла, бөтә көстөң шул маҡсатҡа йүнәлтелеүе ҡыуаныслы.
Рәссамының тыуған ҡалаһына ҡарата һөйөүе сикһеҙ. Ул һуңғы арала яҙған һүрәттәренең береһендә Сибай карьерын йөрәк рәүешендә эшләп, уны төрлө төҫтәргә буяған. Ҡаланың һынлы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар талантлы рәссамдан оҫталыҡ дәресе алып дәртләнде, уның ижад хаҡындағы фәлсәфәүи һүҙҙәрен кинәнеп тыңланы.
Осрашыуҙа Валериустың әсәһе Райсә Хәмитйән ҡыҙы ла ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, улын тәүҙә музыка менән шөғөлләнеүгә бирә, әммә сос һәм теремек Валерий һынлы сәнғәт мәктәбенә үҙе барып, һүрәт төшөрөүгә ныҡлы тотона. Артабан Өфөләге һынлы сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлай. Петербургка сәйәхәткә барғанда, Эрмитажды күрергә инәләр. Буласаҡ рәссам төнъяҡ башҡалаға ғашиҡ була. Һөҙөмтәлә В. Мухина исемендәге Санкт-Петербург Юғары һынлы сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, ошонда эшкә ҡала. Сибайҙа бер нисә тапҡыр шәхси күргәҙмәләрен ойоштора.
Валериус ҡатыны менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә.