АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Ғинуар 2019, 12:06

Беҙ кемдән кәм?

Ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа халыҡ ыңғай яҡҡа әүҙемләшә. Һәр ваҡыт хөкүмәттән көтөп, хужаларҙы әрләп, сәйәсәтте ғәйепләп, бахыр булып, хәйерселеккә төкәлеп киткәйне бит тыуған бишектәребеҙ. Бигерәк эскелек сәскә атҡайны. Әммә бындай көн беҙҙең булмыш та, йәшәү рәүеше лә, күңелебеҙ теләгән яҙмыш та түгел.Бәхеткә күрә халыҡты был моңһоҙлоҡтан уятып ебәрер хәл-ваҡиғалар булып тора. Күптән түгел, мәҫәлән, «Хәйбулла уттарында» Йәнтеш ауылы йәштәренең хоккей майҙансығы төҙөп тапшырыуы тураһында мәҡәләне уҡып, атҡа менгәндәй шатландым.

Ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа халыҡ ыңғай яҡҡа әүҙемләшә. Һәр ваҡыт хөкүмәттән көтөп, хужаларҙы әрләп, сәйәсәтте ғәйепләп, бахыр булып, хәйерселеккә төкәлеп киткәйне бит тыуған бишектәребеҙ. Бигерәк эскелек сәскә атҡайны. Әммә бындай көн беҙҙең булмыш та, йәшәү рәүеше лә, күңелебеҙ теләгән яҙмыш та түгел.
Бәхеткә күрә халыҡты был моңһоҙлоҡтан уятып ебәрер хәл-ваҡиғалар булып тора. Күптән түгел, мәҫәлән, «Хәйбулла уттарында» Йәнтеш ауылы йәштәренең хоккей майҙансығы төҙөп тапшырыуы тураһында мәҡәләне уҡып, атҡа менгәндәй шатландым.
Асып ҡына ҡалмағандар, йәшләй генә һәләк булған ауылдаштары Айбулат Хәйруллин иҫтәлегенә хоккей буйынса турнир уҙғарғандар. Ярышҡа Татыр-Үҙәк ауылы, Әбеш урта мәктәбе, хатта күрше Йылайыр районы Исҡужа ауылы хоккей командаларын да саҡырғандар.Командалар араһында барған сәмле һәм көсөргәнешле уйында алыҫтан килгән исҡужалар, барыһын да еңеп, төп приз—Кубокты алып ҡайтып киткән. Шулай булмай уларҙың сәкән тотоп шайба ҡыуа башлауҙарына бишенсе йыл!
Ошо хаҡта хәбәрҙар булғас, Йылайыр районы Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флүзә Сәлим ҡыҙы Моратоваға шылтыраттым. Ул мине:
—«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы яңы ғына сыҡҡан ваҡыт ине. Кемдәрҙер ауыл урамына таш түшәй, икенселәр ҡышын ҡар таҙартыр өсөн трактор һатып ала. 2014 йылда Исҡужа ауылы халҡы ла, дәртләнеп китеп, ошо проектҡа ҡушылырға була һәм, бөтә район халҡын аптыратып, юл да, икенсе нәмә лә түгел, хоккей ҡумтаһы төҙөп ултыртырға ҡарар итә. Майҙансыҡ бер миллион һумға төштө. Уны беҙгә Баймаҡ ПМК-һы матур итеп төҙөп бирҙе. Бына бишенсе йыл инде ауыл халҡына тоғро хеҙмәт итә был хоккей майҙансығы. Бер көн дә буш тормай. Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла хоккейсылары менән йыш осрашып торабыҙ. Бигерәк тә Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы уйынсылары менән ныҡ дуҫлашып киттек. Киләсәктә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ептәре лә бәйләмәҫме икән тип торабыҙ әле. Беҙҙең хатта ҡыҙҙар командаһы ла бар. 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттар араһында хоккей ярышы ойошторорға ла уйлап торабыҙ»,—тип ҡыуандырҙы.
Бына шулай. Беҙҙең ауылдарыбыҙҙа хоккей әле тәүге аҙымдарын ғына яһай. Әммә...геройҙар бит ауылдан тыуа. Киләсәктә беҙҙең үҙебеҙҙең дә Fимаев, Зариповтарыбыҙ булмаҫ тимә!
Фәрит Әхмәров.
Һүрәттә: Йәнтештәр боҙҙо һынап ҡарай.