Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Ғинуар 2019, 11:53

Дәүләт ярҙамына—яңы техника

Баймаҡ районында фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, улар һаны йылдан-йыл арта бара. Район хакимиәтенең, ауыл хужалығы бүлегенең, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә «Эш башлаусы фермер», «Fаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү», «Кооперацияны үҫтереү» программаларында фермерҙар әүҙем ҡатнаша. Татлыбай ауылынан фермер Радик Ишмуллин «Fаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһында еңеп сыҡты һәм 12 миллион һумлыҡ Грантҡа лайыҡ булды.

Радик Исҡужа улы—райондың иң уңышлы эшләүсе, йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен, техник потенциалын маҡсатлы арттыра барыусы, район хеҙмәт ярыштарында гел алдынғы урындар яулаусы фермерҙарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын тотороҡло үҫтереүгә өлгәшкән предприятие Татлыбай ауыл биләмәһенең ҡото һәм терәге, ғорурлығы булып тора.
Бүленгән дәүләт ярҙамына уңған фермер 95 баш симменталь тоҡомло тана, ЖВП-4,9 урғысы, үҙбушатҡыс КаМАЗ автомашинаһы, уға тағылма һатып алды. Бөгөн Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Татлыбайға уның өр-яңы КаМАЗ автомашинаһы килеп етте. Ошо һөйөнөслө ваҡиға айҡанлы Баймаҡ мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков Радик Ишмуллинға тантаналы шарттарҙа автомобилдең асҡысын тапшырҙы, яңы уңыштар теләне. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағын берҙәй алып барған фермерға дәүләт ярҙамы киләсәктә яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу осоронда ҙур ярҙам буласаҡ.
Азамат Мөхәмәтшин фотоһы.