АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Ғинуар 2019, 17:11

Байрам шатлығы артты

Fәфүр, Айгөл Исхаҡовтар һәм уларҙың балалары—10 йәшлек Нәркәс, 8 йәшлек Арслан һәм 1 йәш тә һигеҙ айлыҡ Наҙгөл Яңы йылға иҫ киткес бүләк алып ҡыуанды.

Fәфүр, Айгөл Исхаҡовтар һәм уларҙың балалары—10 йәшлек Нәркәс, 8 йәшлек Арслан һәм 1 йәш тә һигеҙ айлыҡ Наҙгөл Яңы йылға иҫ киткес бүләк алып ҡыуанды.
Уларға һәм тағы ла алты йәш ғаиләгә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тантаналы рәүештә фатир алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Фатир алыуға социаль түләү хоҡуғын биргән был таныҡлыҡтар Рәсәй Федерацияһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһына таянып тапшырылды.
Исхаҡовтарҙың ҡалала фатирҙары бар-барлығын. Ләкин ул ҙур йәш ғаилә өсөн тарыраҡ. Шуға күрә хөкүмәт яғынан был ярҙамды улар йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҙур мөмкинлек итеп ҡабул итте.
Fаилә башлығы үҙе һалым инспекцияһында эшләй. Айгөл—«Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Нәркәс менән Арслан Р.Өмөтбаев исемендәге лицейҙа белем ала, Наҙгөл балалар баҡсаһына барырға әҙерләнә.
Йәш ғаиләләрҙән тыш, был көндө торлаҡҡа мохтаж булып сиратта торған 6 етем ҡулдарына фатир асҡыстары алды.
Рөстәм Әхмәткәрим улы бәхетлеләрҙең барыһын да Яңы йыл менән ҡот-ланы, һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләне.