Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Декабрь 2018, 15:56

Өйлөнөң көйө лә бар

Йылайыр районының ике йәш кешеһе быйылғы Яңы йылда ысын мөғжизә барлығына ышанды: уларға фатир асҡыстары тапшырылды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған Йылайыр ауылы егете Олег Аникеев һәм Юлдыбай ауылынан Арслан Айытҡолов үҙ йорттарына күсәсәк.

Йылайыр районының ике йәш кешеһе быйылғы Яңы йылда ысын мөғжизә барлығына ышанды: уларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған Йылайыр ауылы егете Олег Аникеев һәм Юлдыбай ауылынан Арслан Айытҡолов үҙ йорттарына күсәсәк. «Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы сиктәрендә бирелгән фатирҙар федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Торлаҡтар санитар нормаларға тап килә, бөтә уңайлы шарттар—канализация, санузел, һыуыҡ һәм эҫе һыу, газ үткәрелгән, душ кабинаһы, газ плитәһе ҡуйылған. Fөмүмән, йылы, уңайлы, ә бына унда ҡот һәм бәрәкәт ҡундырыу—йорт хужаларының ҡулында.
Районда йыл аҙағына тиклем тағы 4 етемгә фатир тапшырыу бурысы тора. Fөмүмән алғанда, һуңғы 3 йылда төбәктә ошо программаға ярашлы 15 йәш кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Уларҙың икәүһе Юлдыбай һәм Һабыр ауылдарынан йорт алған.
Егеттәрҙе өй туйлауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы торлаҡтарында бәхетле, ғаиләле булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Һүрәттә: Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин Олег Аникеев менән Арслан Айытҡоловҡа фатир асҡысы тапшырғандан һуң.