Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Декабрь 2018, 16:02

Яңы йылға—яңы автомобилдәр

Яңы йыл алдынан Өфөлә, «Торатау» Конгресс-холы эргәһендә район һәм ҡала дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы «Ашығыс ярҙам» автомобилдәре асҡыстары тапшырылды.

Яңы йыл алдынан Өфөлә, «Торатау» Конгресс-холы эргәһендә район һәм ҡала дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы «Ашығыс ярҙам» автомобилдәре асҡыстары тапшырылды.
Дауаханалар өсөн тәғәйенләнгән В класлы автотранспорт, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Дөйөм алғанда, республикабыҙға 49 медицина ярҙамы машинаһы тапшырыласаҡ, әлегә иһә уларҙың 23-ө Башҡортостандың төрлө төбәктәренә таратып бирелде.
Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.
—23 махсус автомобилдең—18-ҙе «ГАЗель» һәм 5-әүһе «УАЗ» маркалы ине. Сибай үҙәк дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә «ГАЗель» автомобиле эләкте. Яңы машинаны Марат Ҡарағолов һәм Ишдәүләт Сәлимов алмашлап йөрө-тәсәк,—тине Сибай үҙәк дауаханаһының гараж мөдире Fәлийән Ураҡов, яңылығы менән уртаҡлашып.—Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, республика тағы ла 172 автомобиль һатып алыу өсөн аҡса бүлгән. Тимәк, киләсәктә үҙәк дауахананың техника паркы тағы ла яңыртыласаҡ.
Урал аръяғының Йылайыр районы үҙәк дауаханаһына ла «УАЗ» маркалы автомобиль бирелде.
Хәйбуллаларҙың да ҡыуанысы сикһеҙ
Хәйбулла районы етәкселеге икеләтә ҡыуаныс кисерә: райондың мәғариф бүлеге һәм үҙәк район дауахана автопаркы яңы автомашиналар менән тулыланды. Мәктәптәргә 9 автобус—5 ПАЗ Һәм 4 ГАЗ машинаһы, дауаханаға бер реанимобиль ҡайтарылды. Яңы техника Аҡъяр, Бүребай, Иләс, Садовый, Татыр-Үҙәк, Сиҙәм, Әбеш мәктәптәренә биреләсәк. Әлеге көндә районда бөтәһе 34 автобус 731 уҡыусыны белем усаҡтарына ташый. Быға тиклем дә төбәктә мәктәп автобустары яңыртылып торған, әммә бер юлы водителдәрҙең районға 9 техника ҡыуып ҡайтыуҙары беренсе тапҡыр булған. Яңы машиналар автопарктарҙағы файҙаланыу ваҡыты үткән иҫке транспорттарҙы алмаштырасаҡ.
Һүрәттә: Хәйбулла районы Садовый ауылы балалары Аҡъярҙың 2-се мәктә-бенә яңы автобуста уҡырға йөрөйәсәк.