Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Декабрь 2018, 13:41

Өйлө булыу—ҙур бәхет

Сибай ҡалаһының йәш 20 ғаиләһе «Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль таныҡлыҡ алды. Дөйөм күләме 6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән дәүләт ярҙамы йәштәргә балалары тыуыу уңайынан бирелде.

—Fаилә йылында ошондай ярҙам алыуығыҙ үҙе бер мәртәбә. Балаларығыҙ—имен, йорттарығыҙ—ҡотло, үҙегеҙ тырыш булығыҙ, ҡалабыҙ үҫешенә, демографияһына тос өлөш индерегеҙ,—тине Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, өлөшлө парҙарҙы тәбрикләп.
Башлыҡ ҡулынан танытма алырға башлыса балалары менән ҡатын-ҡыҙҙар килгәйне. «Fаилә башлығы ҡайҙа?»—тигән һорауға улар: «Эштә, ипотека түләргә кәрәк бит»,—тип яуапланы. Тимәк, был ғаиләләргә тәғәйенләнгән аҡсалата ярҙам уларҙың бурыстарын ҡаплауға, йә иһә фатирҙы киңәйтеүгә тотоноласаҡ.
Бәхетле ғаиләләр араһында ике балалы Йәнбәковтар ҙа бар. Уларға бүленгән аҡса ипотекаларын тулыһынса ҡаплауға етә. Йәштәр Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршы ала аласаҡтарына һөйөнә.
Бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләүсе Таһировтар ҙа ярҙам алыуҙарына ифрат шат. Улдары Исламға—4 йәш. Икенсе балаға тәғәйен сумма торлаҡ майҙанының 12 квадрат метрына һалынған хаҡты ҡаплауға бирелгән. Таһировтар ҙа декабрь аҙағына ҡәҙәр аҡсаны үҙләштерергә иҫәп тота.
Социаль ярҙам алыусылар даими хәстәр күрһәткәндәре өсөн республика хөкүмәтенә, Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәттәр белдерҙе.
Һүрәттә: Рөстәм Афзалов Сәриә һәм Динар Йәнбәковтар ғаиләһе менән.