Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Ноябрь 2018, 16:37

Мәктәпкә—заманса тәрҙрәләр

Күсей ауыл биләмәһендә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса күп эштәр атҡарылып килә. Ниһайәт, быйыл Басай ауылына ла сират етте. Ошо айҡанлы ауылыбыҙҙа район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Азат Мәхмүт улы Мәжитов ҡатнашлығында дөйөм йыйылыш үтте.

Халыҡ тарафынан ике проект тәҡдим ителде. Әммә күпселек мәктәп тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу өсөн тауыш бирҙе. Басай мәктәбе 1990 йылда төҙөлә. Тәҙрәләре сереп бөтөү сәбәпле, бинала йылылыҡты һаҡлап булмай. Быны яҡшы аңлаған халыҡ программаға ҡушылып, кәрәкле сумманы йыйырға ризалашты. Биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды.
Шуныһы ҡыуаныслы: Иҫәнбәт ауылынан йөрөп уҡыған уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләре лә тейешле иғәнә индереүҙән баш тартманы. Был программала ҡатнашҡан ауыл кешеләре булараҡ тәжрибәләре менән дә ихлас уртаҡлаштылар. Ауылдаштарыбыҙ ҙа, ошо мәктәптә ҡасандыр эшләп киткән коллегаларыбыҙ ҙа, мәктәбебеҙҙе тамамлап төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөүсе элекке уҡыусыларыбыҙ ҙа ярҙам итер тип ышанабыҙ. Беҙҙең берҙәмлек мәктәбебеҙгә яңы һулыш, яңы төҫ бирер тигән өмөттәбеҙ.
Гөлйемеш Әйүпова,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Басай ауылы.