Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Ноябрь 2018, 08:35

«Ерҙә яҡшылыҡҡа һәр ваҡытта ла урын бар»

Төрлө йылдарҙа, төрлө власть органдарына депутаттар һайлау, уларҙың халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡтары хаҡында ант итеүҙәре, унан һайланыу менән юғалыуҙары ғәҙел һайлауҙарға ышанмаусанлыҡ белдереүҙәре киң ҡолас ала башлағайны. Быйыл 9 сентябрҙә үткән мөһим сәйәси сара Баймаҡ районының Татлыбай ауылы биләмәһе халҡы өсөн бик тә отошло булды тиһәк тә хата булмаҫ.

Төрлө йылдарҙа, төрлө власть органдарына депутаттар һайлау, уларҙың халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡтары хаҡында ант итеүҙәре, унан һайланыу менән юғалыуҙары ғәҙел һайлауҙарға ышанмаусанлыҡ белдереүҙәре киң ҡолас ала башлағайны. Быйыл 9 сентябрҙә үткән мөһим сәйәси сара Баймаҡ районының Татлыбай ауылы биләмәһе халҡы өсөн бик тә отошло булды тиһәк тә хата булмаҫ.
«Ерҙә яҡшылыҡҡа һәр ваҡытта ла урын бар», тигән әйтем бар. Башҡортостаныбыҙҙа яңы Башлыҡ тәғәйенләнде һәм уның Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаттарына: «Һеҙҙең арағыҙҙа күп кенә юғары вазифа биләгән, ҙур табыш килтереп тотороҡло эшләгән ойошма етәкселәре бар. Һеҙгә әйтер һүҙем: округтарығыҙҙа урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һеҙҙең мөмкинселектәр ҙур, үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ»,—тип өндәшеүе етте. Был йәһәттән Сибай округы буйынса депутат булып үткән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының генераль директоры Йәүҙәт Усман улы Биккиновтың һәм «Аструм» компаниялар төркөмө президенты Денис Андреевич Назаровтың депутатлыҡҡа һайланмаҫтан алда уҡ ярҙам ҡулы һуҙа башлауҙары тубәндәге юлдарҙа асыҡ миҫал булып тора.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан күрһәтелгән депутат—Денис Андреевич Назаров ярҙамы менән Татлыбай ауыл биләмәһенә ҡараған Йәнйегет ауылының М.Шайморатов, Тирмән урамдарына, Татлыбай ауылының Һ.Дәүләтшина, Йәштәр урамдарына йәмғеһе 14 берәмек яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйҙырылды. Бынан тыш «Аныҡ эштәр» проектына ярашлы Кәрешкә ауылында ла Ямаш, Түбә, Ш.Хоҙайбирҙин, З.Вәлиди урамдары ла яҡтыртылды.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы Татлыбай ауыл биләмәһе халҡы ауыл биләмәһенә «МТЗ-82» тракторы алырға ҡарар иткәйне. Был программаның үтәлешенә Башкортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Й.У.Биккиновтың бағыусылыҡ ярҙамы ҙур булды. Йәнйегет ауылы янында йәйге осорҙа мал һуғарыу, янғын хәүефһеҙлеген тәмьин итеү йәһәтенән быуа быу-ҙырылды, ауыл янындағы ҡый түгеү урыны тәртипкә килтерелде. Ойошма тарафынан Кәрешкә төп белем биреү мәктәбе бинаһының тупһаһы ремонтланды. Татлыбай, Кәрешкә, Йәнйегет балалар баҡсалары уйынсыҡтар менән тәмьин ителде.
Йәүҙәт Усман улы Хәсән-Кәрешкә юл төҙөлөшөн артабан дауам итеү мәсьәләһен ҡуҙғатты. 2020 йылға Республика кимәлендә ашырылып килгән төрлө проекттар ярҙамында юл төҙөлөшөн башлау күҙаллана.
Баштан халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан өсөн депутаттар—Назаров Денис Андреевичҡа һәм Биккинов Йәүҙәт Усман улына Татлыбай ауыл биләмәһе халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ, изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.
Руслан Иҙрисов.
Татлыбай ауыл биләмәһе башлығы.