Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Ноябрь 2018, 15:33

Гармунлы йәшлеккә сәйәхәт

Беҙҙең Яманһаҙ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа быйыл 60 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе 28 кеше иҫәпләнә. Яманһаҙҙа—22, Һултантимерҙә 6 юбиляр. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған «Йәшлегемә бер ҡайтам әле» кисәһендә уларҙың 16-һы ғына ҡатнаша алды. Алып барыусылар Фәниә Fәлиәкбәрова менән Хәмдиә Рыҫкилдина байрамды йәнле итеп үткәрҙе. Юбилярҙар был кисәлә «ваҡыт машинаһы»на ултырып, үҙҙәренең йырлы, бейеүле, гармунлы «Йәшлек» иленә сәйәхәт ҡылырға сыҡты.

Беҙҙең Яманһаҙ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа быйыл 60 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе 28 кеше иҫәпләнә. Яманһаҙҙа—22, Һултантимерҙә 6 юбиляр. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған «Йәшлегемә бер ҡайтам әле» кисәһендә уларҙың 16-һы ғына ҡатнаша алды. Алып барыусылар Фәниә Fәлиәкбәрова менән Хәмдиә Рыҫкилдина байрамды йәнле итеп үткәрҙе. Юбилярҙар был кисәлә «ваҡыт машинаһы»на ултырып, үҙҙәренең йырлы, бейеүле, гармунлы «Йәшлек» иленә сәйәхәт ҡылырға сыҡты.
Иң беренселәрҙән булып сатлама һыуыҡтарҙа, буранайҙа тыуғандарҙы тәбрикләнек. Улар—Анатолий Александров һәм Йомағол Йәнсурин. Анатолий Яманһаҙ мәктәбендә автобус водителе булып эшләһә, Йомағол алдынғы комбайнер булып танылған. Тиңдәштәре Тәлғәт Айҙашев та 18 йыл ғүмерен водитель һөнәренә бағышлаған, һуңғы йылдарҙа йылҡы ҡараусы булып эшләй, күпләп мал көтә.
Миңһылыу Яҡупова менән Нвард Ерицян заманында «Яманһаҙ» совхозында һауынсы булып эшләгән. Нвард 1994 йылда Әрмәнстандағы ҡурҡыныс ер тетрәүҙән һуң ғаиләһе менән беҙҙең ауылға күсеп килә. Башҡорттарҙы бик ярата ул, үҙен: «Мин Нвард түгел, ә Нәйрә»,—тип ебәрә. Тағы бер юбилярыбыҙ—Ирғәле Хөсәйенов, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө ҡалаһынан ҡайтып төштө. Юнир һәм Хәмдиә Рыҫкилдиндар иһә яҙ айында юбилейҙарын ҡаршы алды. Улар икеһе лә—Яманһаҙ мәктәбе уҡытыусылары. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ауылда уҙғарылған барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.
Дүрт тиҫтә йыл механизатор булып хеҙмәт иткән ауылдашыбыҙ Александр Егоров әле лә сафта: һыҙҙырып гармунында ла уйнай, моңло итеп йырлай ҙа, «Бәхтиәров» крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп тә йөрөй. Тағы ла бер юбилярыбыҙ, водитель Хәйҙәр Солтановтың руль артына ултырып йөрөүенә лә 42 йыл тулған. Ә Һултантимер ауылынан Гөлъямал Fәлиәкбәрова заманында «Юлдыбай», «Яманһаҙ» совхоздарында ҡымыҙ беште, бөгөн «Йәнгүзәл» ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы. Уҙған йылдың ноябрендә республика кимәлендә үткәрелгән шәл байрамына барып, дипломант исеменә лайыҡ булып ҡайтты. Йәйҙең иң хозур мәлендә тыуған Фәнүс Тусалин 38 йыл механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Хәләл ефете Зифа менән үҙҙәренең 3 балаһы янына опекунлыҡҡа бер малай алып үҫтерәләр. Әхмәт Әлибаев—ауыл Советы депутаты, район һабантуйҙарында ат егеп ярышыуҙа беренселекте биргәне юҡ. 2007 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй кимәлендә уҙған көтөүселәр ярышында 1-се урын алып ҡайтты ул. Быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында уларҙың йорто «Өлгөлө йорт» исеменә лайыҡ булды. Яманһаҙ ауылы ҡыҙы Мәлихә Хөсәйенова совхозда төрлө эштәр башҡарған. Бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәренең ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерә.
Байрам сараһы төрлө уйындар менән дауам итте. Йәш саҡтарын иҫләп, парлашып вальста ла өйөрөлөп алды юбилярҙар. Әлфирә Хәлитова, Юнир Рыҫкилдин, Фәниә Fәлиәкбәровалар башҡарыуындағы күңелле йырҙар, Гүзәл Бәҙретдинованың Алла Пугачеваны оҫта пародиялауы тамашасылар күңеленә хуш килде.
Кисә барышында юбилярҙарҙы Яманһаҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлы-ғы Ислам Айрат улы Амантаев, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Морат Fәлимйән улы Иҫәндәүләтов һәм Яманһаҙ мәктәбе директоры Шәфҡәт Таһир улы Вәхитов ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе.
Байрам сараһы мул табын артында дауам итте. Юлдыбайҙан килгән ҡунаҡ Зөфәр Иҫәндәүләтов йырҙары менән кисәне тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Сара аҙағында уйындарҙа иң әүҙем ҡатнашҡан Фәнүс Тусалинға—«Мистер Көҙ», ә Миңһылыу Яҡуповаға «Көҙбикә» исемдәре бирелеп, таж кейҙерелде.
Сара күңелле гармун көйҙәренә бейеүҙәр менән тамамланды. Ошо байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға, уны ойоштороусыларға, «Йылайыр һөтө» йәмғиәте етәксеһе Хәлфетдин Мәхмүтовҡа, фермер Морат Иҫәндәүләтовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нурания Шәрипова.
Йылайыр районы.