Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Октябрь 2018, 08:53

Проект эше тамамлана

Заманса ҡала мөхите булдырыу программаһы буйынса ҡабул ителгән проект эштәре тамамланыуға бара. Был тәңгәлдә Баймаҡ ҡалаһына 20, 4 млн һум аҡса бүленгәйне. Уның 17 млн һумы—федераль бюджеттан, 3,4 млн һумы—республика бюджетынан.

Программаға ярашлы, алты ихата биләмәһенә асфальт түшәлгән, биш ихатала урамдар яҡтыртылған. Балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары тәртипкә килтерелеп, кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Ошондай уҡ эштәр Чекмарев урамы, 9, Тыныслыҡ урамы, 5А, Юбилей урамы,11 адрестары буйынса ла башҡарыласаҡ.
Чекмарев урамындағы скверҙа, С.Юлаев проспектындағы аллеяла реконструкция бара. Стаханов урамы, 7 адресы буйынса урынлашҡан майҙанға уйын һәм спорт элементтары урынлаштырыу, мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү эше лә октябрь аҙағына тамамланырға тейеш.
Ф.Рахманов.