Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Октябрь 2018, 15:47

Юл шымара, ихата төҙөкләнә

Көҙ уңыш йыйыу мәле генә түгел, юлдарҙы ремонтлау осоро ла. Тап ошо мәлдә федераль, республика ҡаҙнаһынан төбәк юлдарын ремонтлауға аҡса бүленә. Сибай ҡалаһында ла быйыл был тәңгәлдә күп кенә эштәр атҡарылды. Ҡала урамдарын төҙөкләндереүгә, ихаталарҙы рәтләүгә 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленһә, шуның 68 миллионы республика фондынан, ҡалған сығымдар—урындағы бюджеттан.

Көҙ уңыш йыйыу мәле генә түгел, юлдарҙы ремонтлау осоро ла. Тап ошо мәлдә федераль, республика ҡаҙнаһынан төбәк юлдарын ремонтлауға аҡса бүленә. Сибай ҡалаһында ла быйыл был тәңгәлдә күп кенә эштәр атҡарылды. Ҡала урамдарын төҙөкләндереүгә, ихаталарҙы рәтләүгә 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленһә, шуның 68 миллионы республика фондынан, ҡалған сығымдар—урындағы бюджеттан.
—Бүленгән аҡса тулыһынса ремонт эштәренә йүнәлтелде. Һуңғы осорҙа ғына ҡалала бөтәһе 6,5 саҡрым юл япмаһы рәтләнде, дөйөм майҙаны 57, 5 мең квадрат метр тәшкил иткән квартал ихаталары төҙөкләндерелде,—ти ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә буйынса бүлек хеҙмәткәре Светлана Толмакова.
Юлдарҙы ремонтлау менән башлыса «Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре булыша. Сентябрь-октябрь айҙарында улар Белов, Пархоменко, Достоевский, Димитров, Маяковский урамдарында, Таусылар проспектында уңышлы эшләгән. Сибайҙар Кленовая урамынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы руднигына табан йүнәлгән Көнсығыш шоссеһында асфальт яңырыуға ифрат ҡыуана.
Арҡайым ҡасабаһының үҙәк Ш.Сибаев урамында 1 саҡрым оҙонлоғонда тротуар һалынды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә эшләнгән был изге эшкә республика һәм урындағы ҡаҙнанан 994200 һум аҡса бүленгән. Төҙөлөштөң подрядсыһы—шәхси эшҡыуар И.И.Fафаров. Етәксе, проектта бордюр һалыу ҡаралмаһа ла, башлыса балалар йөрөйәсәк тротуарҙы оло юлдан махсус ҡоролма менән айыртҡан.
—Бик уңайлы булды. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ мәктәптән сыға ла ялтлап ятҡан асфальт һуҡмаҡтан өйҙәренә ашыға. Тротуарҙың урам осона тиклем һуҙылыуы ҡыуаныслы,—ти быйыл Арҡайым мәктәбенең 1-се класына барыусы балаларҙың ата-әсәләре.—Етәкселәргә, тротуар һалыу-сыларға ҙур рәхмәт. Эшселәр көн-төн тип тормай, ямғырҙа ла, һыуыҡта ла тирләп-бешеп эшләне, балалар шыма ерҙән йөрөһөн тип тырышты, хәүефһеҙлекте ҡайғыртты. Күптәр иҫке бордюр теҙәләр тип зарланһалар ҙа, барҙың барлығы тейә.
Әлеге көндә ҡалаға Ҡыҙыл ҡасабаһынан ингән юлдың бер өлөшө төҙөкләндерелә. Тимер юлы өҫтөндәге күпергә ҡәҙәр урында ремонт эштәре тамамланды ла инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, юлдың башҡа урынында ремонт дауам иткәнлектән әлеге көндә лә транзит транспорт икенсе юлдан йөрөргә мәжбүр. Объектты шәхсән контролдә тотҡан ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов тырыш хеҙмәттәре өсөн «Сибайдорстрой» йәмғиәте прорабы Александр Елизарьевҡа рәхмәттәрен белдерә. Ошо миҙгелдә генә йәмғиәт эшселәре ҡаланың 67151 квадрат метр юл япмаһына асфальт түшәгән, 11335 квадрат метр тәшкил иткән ихаталарҙы төҙөкләндергән.
Һүрәттә: Арҡайым мәктәбе уҡыусылары тротуарға ҡыуана.