Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Октябрь 2018, 17:25

Игебаев исемен йөрөтәсәк

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, F.Сәләм һәм С.Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияның тәүге лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы Абдулхаҡ Игебаевтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тағы бер ҙур эш атҡарылды. Донъяның һәр сәғәте, һәр минуты фани икәнен йөрәге менән тойған, үтә лә нескә күңелле, сабый йөрәкле яҡташыбыҙҙың исеме Күсей ауыл китапханаһына бирелде.

Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған иҫтәлекле сараны асып Күсей ауыл биләмәһе башлығы С.Р.Йыһаншина: «Ауыл китапханаһына әҙиптең исеме бирелеүе бөтөн республикаға киң билдәле ауылдашыбыҙҙың абруйын тағы ла күтәрә, күп арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән Күсей ауылының данын арттырыуға ла булышлыҡ итә»,—тине сығышында. Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры З.В.Мортазина китапханала һуңғы осорҙа булған ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләп үтте. «Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре—Батыр Вәлид, Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Fарипова төшөрөлгән ҙур баннерҙарҙың ҡуйылыуы, А.Игебаевтың ижадын берләштергән мөйөштөң булдырылыуы һөйөнөслө. Артабан да был эште дауам итеү, әҙип менән бәйле фотоһүрәттәрҙе, иҫтәлекле яҙмаларҙы туплау, йәш быуын менән «Игебай мәктәбе» эшен йәнләндереү, ошо абруйлы исемде аҡлау кәрәкле»,—тине ул. Шулай уҡ шағирҙың тормош иптәше Маһиҙә ханымдың «Абдулхаҡтың исемен мәңгеләштереүсе Күсей ауылы халҡына оло рәхмәтемде белдерәм, шағир һүҙенең бәҫен баһалай белеүегеҙ, ауылдашығыҙҙы хөрмәтләүегеҙ өсөн һөйөнәм» тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Зилә Вәкил ҡыҙы китапханаға А.Игебаевтың ташҡа баҫтырылған фотоһын, шиғырын бүләк итте, әҙиптең ҡасандыр үҙәк китапханаға үҙе биргән китаптарын тапшырҙы.
Байрам айҡанлы уҙған концертта Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары яңғыраны, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар башҡарылды, мәктәп уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре менән биҙәлде. Бигерәк тә әҙип нәҫеленән булған Фаил Игебаев һәм Лилиә Игебаеваның «Күсейҙәр», «Ирәндек бөркөтө» шиғырҙарын эске кисереш менән яттан һөйләүе залдағыларҙың күңеленә үтеп инде.
Абдулхаҡ Игебаев исемендәге Күсей ауыл китапханаһы күсейҙәргә, бигерәк тә киләсәк быуынға рухи йүнәлеш биреүсе, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе туплаусы усаҡ булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Мәрйәм Байрамғолова,
китапхана хеҙмәткәре.