Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Октябрь 2018, 17:08

Берҙе киҫтең—өстө ултырт

Бөтә Рәсәйҙә октябрь аҙағына ҡәҙәр дауам иткән «Йәшә, урман!» акцияһы—тәбиғәткә кешелек ҡайтарған кескәй генә бурыстың тамсылай ғына үтәлеше. Етенсе йыл рәттән уҙғарылған был изге эштән республикабыҙ халҡы ла ситтә ҡалмай.

Бөтә Рәсәйҙә октябрь аҙағына ҡәҙәр дауам иткән «Йәшә, урман!» акцияһы—тәбиғәткә кешелек ҡайтарған кескәй генә бурыстың тамсылай ғына үтәлеше. Етенсе йыл рәттән уҙғарылған был изге эштән республикабыҙ халҡы ла ситтә ҡалмай.
Урмандарҙы һаҡлауға халыҡты йәлеп итеү, еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлау һәм арттырыу, үҫентеләр ултыртыу, йәштәрҙә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған акцияла былтыр, мәҫәлән, 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл да муниципаль район һәм ҡала округтары урмандарға үҫентеләр ултыртырға сыҡты, ҡала һәм ҡасабаларҙа, ауылдарҙа йәшелләндереү эше алып барыла, электән ултыртылғандары тәрбиәләнә, тирә-яҡ сүп-сарҙан таҙартыла. Сара сиктәрендә шулай уҡ «Үҙ ағасыңды ултырт!» акцияһы ойошторолоуы ла хуплауға лайыҡ.
Сибай ҡалаһының ойошма, предприятие, учреждениелары коллективтары ла акцияға дәррәү ҡушылды. Балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүселәре ҡаланың йәш армеецтары менән берлектә Таусылар проспектындағы аллеяға 100 төп ағас өҫтәне. Ҡарағай, ҡарағас, ҡайын үҫентеләрен сәсеүгә торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ныҡлы ярҙам күрһәткән.
6-сы мәктәп волонтерҙары, 7-се мәктәптең кадеттары ҡала Советы янындағы Йәштәр парламенты ағзалары менән бергәләшеп Сармат ҡасабаһындағы «Бөйөк Ватан һуғышы медицина хеҙмәткәрҙәре аллеяһы»н мәшһүр ҡарағайҙар менән тулыландырҙы.
БДУ-ның Сибай институты студенттары ла саранан ситтә ҡалманы. Йәштәр уҡыу йортоноң төп корпусы биләмәһендә миләштәр аллеяһы булдырҙы. Был идеяны Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Й.У.Биккинов һәм ҡала Советы депутаты Р.А.Fөбәйҙуллин да хуплаған. Әлегә студенттар 30 төп миләш менән сикләнһә, киләсәктә институт биләмәһенә тағы ла 1000 төп ылыҫлы ағас ултыртырға планлаштыра.
Ҡала Советы янындағы эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса координацион совет ағзалары ла ҡаланы йәшелләндереү яҡлы. Эшҡыуарҙар һәр кем үҙе йәшәгән ерҙе биҙәргә тейеш тигән принципҡа таяна.
«Йәшә, урман!» акцияһы бер ағас ултыртһаң да файҙа, тигәндән сығып үткәрелә. Быйыл берҙе ултыртһаҡ, икенсе, өсөнсө йылына, унан арыһына ла изге эшкә ҡушылһаҡ, кешеләр үҙе үҫтергән ағасҡа балта күтәрмәҫкә өйрәнер, көс түгеп үҫтерелгән һәр ағастың, урмандың ҡәҙерен белер.
Читайте нас: