АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Октябрь 2018, 17:09

Йортоң булыу—ҙур бәхет

Баймаҡ районында бала тыуыу айҡанлы13 ғаилә социаль түләүҙәргә таныҡлыҡ алды. Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов тапшырған документ йәш ғаиләләргә Республика дәүләт программаһы сиктәрендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн алынған кредитты ҡаплау мөмкинлеген бирә.

—Төбәктә, Рәсәйҙә йәштәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль программалар уңышлы эшләй. 2007 йылдан алып беҙҙең районда 174 пар дәүләт ярҙамы алды,— тине Илшат Хәмит улы.—Үҙ торлағың булыу—ҙур бәхет. Һеҙҙе өлөшлө, даланлы кешеләр тип иҫәпләйем. Балаларығыҙ илебеҙҙең лайыҡ- лы граждандары булып үҫһен, именлек, аяҙ күк йөҙө, сәләмәтлек теләйем.
Йәнтүриндар, Әмировтар, Сәғитовтар, Торсонбаевтар, Хужабиргәновтар, Исхаҡовтар, Арыҫланбаевтар, Сабировтар, Яҡшыбаевтар, Мәжитовтар, Fәбитовтар, Күскилдиндар, Моратовтарға тапшырылған сертификаттарҙың дөйөм күләме миллион ярым һумдан ашыу тәшкил итә. Бәхетле йәштәргә шулай уҡ «Баймаҡ энциклопедияһы» ла тапшырылды.
Дәүләт ярҙамы алыусылар район хакимиәте башлығына, ил етәкселегенә ҙур рәхмәттәр әйтеп, төбәктә демографик үҫешкә тос өлөш индерәсәктәрен белдерҙе.
Рәсүл Мансуров.
Һүрәттә: Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов йәш ғаиләләргә «Баймаҡ энциклопедияһы» тапшыра.
Читайте нас: