Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Октябрь 2018, 12:44

Үҙ ағасыңды ултырт

Баймаҡ районының урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре «Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһына дәррәү ҡушылды. Урмансылар райондың элекке Иҙелбай ауылы янындағы биләмәгә 1000 төп 2 йәшлек ҡарағайҙар ултыртҡан.

Баймаҡ районының урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре «Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһына дәррәү ҡушылды. Урмансылар райондың элекке Иҙелбай ауылы янындағы биләмәгә 1000 төп 2 йәшлек ҡарағайҙар ултыртҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда был акция октябрь аҙағына ҡәҙәр дауам итә. Был осорҙа һәр теләгән ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре изге эшкә ҡушыла ала. Үҙ ҡулы менән ағас ултыртырға теләүсе һәр кешегә «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы ла иғлан ителә. Бының өсөн ағас ултыртыу өсөн бүленгән биләмәгә барып, инструктаж үтергә кәрәк. Урмансылар үҫентеләрҙе ултыртырға ярҙам итәсәк.