Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
5 Сентябрь 2018, 12:12

Яңы һәйкәл ҡалҡты

Сибай ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә Рәсәй сиге һаҡсыларының 100 йыллығына арналған барельеф асылыуы барыбыҙ өсөн дә ҙур бүләк булды. Сибайҙа меңдән ашыу пограничник йәшәһә, уларҙың 28-ҙе Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ветерандары. Ҡалала һәйкәл төҙөү идеяһын тормошҡа ашырыуҙа «Барс» яугир-интернационалистар йәмәғәт берләшмәһе ағзалары һәм әүҙем сик һағы ветерандары ҡатнашты. Был инициативаны ҡала округы ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов та хупланы, ҡала предприятиелары, эшҡыуарҙар һәм депутаттар һәйкәл төҙөүгә үҙ өлөштәрен индерҙе.

«Бөтә дәүер пограничниктарына» арналған һәйкәлде асыу хоҡуғы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа һәм ҡаланың «Барс» яугир-интернационалистар йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Рәсүл Амановҡа тапшырылды. Барельевҡа тере сәскәләр һалғандан һуң, яу ҡырында ятып ҡалғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Артабан Рөстәм Афзалов тантаналы сараға килеүселәрҙе был иҫтәлекле көн менән ҡотлап, сик һағы ветерандарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мемориалға сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң, Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы буйынса хәрби комиссар, подполковник Р.Ф.Зәбиров ҡалала ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән пограничниктарға миҙалдар тапшырҙы. «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт сик буйында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ рухына аят бағышланы. Халыҡ алдында ҡаланың ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, ҡала советы депутаты Д.А.Назаров, «Призывник» хәрби-патриотик клубы етәксеһе, Афған һуғышы ветераны И.И.Исламбаев сығыш яһаны. Улар һәйкәлдең йәштәр өсөн бик әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте. Өфө ҡунағы, республиканың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Т.Р.Рәжәпов Сибайҙа сик һағы һаҡсыларына арналған үҙенсәлекле һәйкәл-барельеф төҙөүсе ветеран-пограничниктарға рәхмәт белдерҙе. Хәйбулла районының патриотик эштәр буйынса координацион совет рәйесе С.К.Юлдашбаев Рәсүл Амановты «Ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләне. «Бөтә дәүер сик һаҡсыларына» арналған һәйкәлде төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҡаланың төрлө предприятие һәм ойошма етәкселәренә, эшҡыуарҙарға, сик һағы ветерандарына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Тантана аҙағында байраҡ күтәрелде, барыһы ла бергәләп иҫтәлеккә фото төштө.
Салауат Мәхейәнов.