АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Август 2018, 08:48

«Салтанат»тар еңеүсе!

Конкурста бөтәһе 200-ҙән ашыу ижади коллектив көс һынашһа, шуларҙың 55-е «Бейеү» номинацияһында ярышҡан. Салтанаттар тамашасылар һәм абруйлы жюриға ансамбль етәкселәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Fөбәйҙуллин ҡуйған «Йәшлек» һәм Фәнүзә Мөхәмәтйәнова әҙерләгән «Төйәләҫ буйында» бейеүен тәҡдим иткән.

Конкурста бөтәһе 200-ҙән ашыу ижади коллектив көс һынашһа, шуларҙың 55-е «Бейеү» номинацияһында ярышҡан. Салтанаттар тамашасылар һәм абруйлы жюриға ансамбль етәкселәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Fөбәйҙуллин ҡуйған «Йәшлек» һәм Фәнүзә Мөхәмәтйәнова әҙерләгән «Төйәләҫ буйында» бейеүен тәҡдим иткән. Баҫҡандарында ут сәсрәтеп торған йәштәрҙең бейеүен барыһы ла юғары баһалаған. Ансамбль шулай уҡ «Бейеүҙәрҙе юғары кимәлдә башҡарғаны өсөн», «Иң яҡшы сәхнә костюмы», «Үҙ иленең тарихына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибарлы ҡарашы өсөн» номинацияларында билдәләнгән.
—Быға тиклем беҙ Өфө, Магнитогорск, Ҡурған ҡалаларында сығыш яһаһаҡ, әле Анапа сәхнәһендә бейеү бәхете тейҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: гала-концертҡа 10 ғына номер һайлап алынды, беҙҙең ансамбль шулар араһында булыуы үҙе оло мәртәбә. Йәмле йәйҙә ошондай сәфәр ҡылыу мөмкинлеге биргән атай-әсәйҙәребеҙгә, гимназия-интернат директоры Роза Бикбоваға ҙур рәхмәт. Етәкселәребеҙ—Фәйзулла Хөрмәт улына һәм Фәнүзә Мәжит ҡыҙына айырым рәхмәт, сөнки тап улар беҙҙе музыканы, сәнғәтте һәм бейеүҙе яратырға өйрәтте. Беҙҙең менән ентекле эшләне һәм еңеүгә юл күрһәтте. Сәфәребеҙ буйы беҙҙе хәстәренән айырмаған оҙатып йөрөүсебеҙ Марина Хилалова алдында баш эйәбеҙ,—ти гимназия-интернат уҡыусыһы, «Салтанат» ансамбле бейеүсеһе Әлфинә Шәкирова.
Ҡыҙҙар-егеттәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә шулай күп ерҙәрҙә сығыш яһарға, башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен сит тарафтарҙа ла танытырға яҙһын!
Мәҙинә Мансурова.