Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Июль 2018, 18:03

Ауылдар төҙөкләнә

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдары «Урындағы инициативаларға ярҙам» программаһы сиктәрендә йылдам төҙөкләндерелә. Халыҡ хәҙер етәкселәрҙән генә талап итеүҙән туҡтап, йәшәгән ерен тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индереүҙе хуп күрә. Хәйбулла районының Сиҙәм ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар ҙа һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп йәмләнде, төҙөкләнде.

—Программа тормошҡа ашырыла башлағас та, унда ҡатнаштыҡ һәм аҙаҡҡы 3 йыл эсендә күп кенә эштәр атҡарҙыҡ,—ти Сиҙәм ауыл биләмәһе белгесе Айгөл Хәлил ҡыҙы Исламғолова.—2015 йылда Сиҙәм ауылында балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн спорт майҙансығы булдырылһа, 2016 йылда Иҫәнгилделә урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде. 2017 йылда бүленгән аҡсаға быйыл Вәлит ауылында балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡты. 2018 йылда ошо проект сиктәрендә Сиҙәм ауылы зыяраты кәртәләнеп, ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
Вәлит ауылында күптән түгел генә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы балалар майҙансығын асыуҙан башланып китеүе лә урында демографик хәлде яҡшыртыуға күп көс һалыныуына дәлил. Сиҙәм ауылы биләмәһе башлығы О.Ф.Попова заманса майҙансыҡты төҙөүгә күп көс һалған бер төркөм эшселәргә, ауыл биләмәһе депутаты Илшат Нурғәлинға ҡиммәтле бүләктәр һәм Почет грамоталары тапшырып ҡыуандырған.
Беҙ Вәлиткә барған көндә атайҙары тырышлығы менән ҡалҡып сыҡҡан майҙансыҡта Азалия, Алтынай, Шәүрә, Исмәғил, Заһиҙә (һүрәттә) рәхәтләнеп уйнай ине. Әсәләре Гөлгенә бәләкәстәренең сыр-сыу килеп йүгерешеүен, турникта өйрөлөүҙәрен ки-нәнеп күҙәтә.
—Ирем Иршаттың һүҙе үтә, балаларға майҙансыҡ кәрәк тип күптән хыялланды, бөгөн бына сабыйҙарыбыҙ уйнап рәхәтләнә. Элек уларҙы ҡайҙа алып барырға, ҡайҙа уйнатырға тип аптырана инек. Ауыл эсендәге юлдарға ҡырсын түшәүҙә лә Иршаттың өлөшө бар,—тине ҡыуанып күп балалы әсә.