Хәйбулла районының Йәнтеш ауылындағы «Һаҡмар» шифаханаһында ошо көндәрҙә сираттағы заезд тамамланды. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар һәм ата-әсәләр хозур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп, һыу инеп, сәләмәтлектәрен нығытып ҡайтты.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы етәкселеге ҡыҙҙар-малайҙарға һәм уларҙың ата-әсәләренә мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға, дауалау процедураларын еренә еткереп башҡарырға тырыша. Район хакимиәте шифахана эшмәкәрлеген юғары баһалай. Һөнәри байрамдары уңайынан медицина хеҙмәткәрҙәрен Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары М.F.Баймырҙина ҡотланы.
—Төбәгебеҙҙең иң матур урындарының береһендә 16 йылдан ашыу ошондай медицина учреждениеһының эшләп тороуы оло ҡыуаныс. Уның ҡеүәтен арттырыуға һалған көсөгөҙ бушҡа китмәй. Ял итеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Йәй көндәре бында айырыуса йәнлелек һиҙелә,—тине Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы. Ҡотлауы һуңында ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Урал Ҡадаев, Лилиә Иштәкбаева район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын алып ҡыуанһа, Зилә Торомтаеваға район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Шифахананың баш табибы Тәлғәт Рәфҡәт улы Рәхмәтуллин иһә хужалыҡ эшселәре Шәһит Байғусҡаров, Миҙхәт Иштанов, Венера Аҡъюлова, Сәит Торомтаевтың һәм шәфҡәт туташы Сәлиә Ҡадаеваның тырыш хеҙмәттәрен Почет грамотаһы менән билдәләне. Медицина учреждениеһы 2017 йыл йомғаҡтары буйынса республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының социаль партнерлыҡ өсөн Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
2 июлдән «Һаҡмар» шифаханаһы коллективы республиканың иң көслө 40-тан ашыу шахматсыларын ҡабул итергә әҙер. Данлыҡлы Хәйбулла ерендә спортсылар ярышып ҡына ҡалмай, ялдарын күңелле һәм фәһемле үткәрәсәк.
Һүрәттә: М.F.Баймырҙина «Һаҡмар» шифаханаһы коллективы менән.