14 июнь, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт көнөн билдәләгән көндө, Сибай типографияһы бинаһы алдында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азат Ибраһим улы Халитов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булып үтте.
Хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡала типографияһында баҫмасы (печатник) булып башлаған Азат Ибраһим улы типография директоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, бөтә ғүмерен матбуғатҡа арнап, Сибай типографияһын 29 йыл етәкләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бик иртә, 60 йәше тулырға бер ай ҡалғанда, йөрәге тотоп, эш урынында йән бирә. Иҫән булһа, уға быйыл 70 йәш тулған булыр ине.
Ошо иҫтәлекле сараға, типография бинаһы алдына Азат Ибраһим улын белгән, күргән, уның етәкселеге аҫтында эшләп киткән хеҙмәттәштәре, туғандары, дуҫтары, иптәштәре, яҡындары, район гәзиттәре мөхәррирҙәре йыйылды, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Аҙ һүҙле, үҙенә лә, бүтәндәргә лә талапсан етәксе булараҡ, ул бер эштән дә ҡурҡманы, һәр яңылыҡты күтәреп алып, үҙ предприятиеһына индерергә атлығып торҙо. Шул уҡ ваҡытта ул ярҙамсыллығы, кешелеклелеге менән аптырата торғайны. Йыш ҡына уның башҡа хеҙмәткәрҙәренең эшен үҙе башҡарғанын, заказ ҡабул итеп, әҙер продукцияны ебәргәнен, ҡағыҙ бушатып йөрөгәнен, йәки ябай эшселәй станок артына баҫҡанын йыш күргеләргә тура килә ине. Уның кабинеты һис ҡасан бикләнмәне, ишеге һәр кемгә асыҡ ине. Азат ағай бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне, бер кемгә лә, бер ҡасан да «юҡ» тип әйтмәне. Яйлап ултырып уйлар, кәңәшен биреп сығарыр булды. Шуға ла уны халыҡ үҙ туғанындай күреп яратты, хөрмәт итте.
Бер билдәле кеше: «Яҡын кешеләр үлмәй, улар күренмәҫ булып ҡына ҡала»— тигән.
...Тап ошо һүҙҙәр Азат ағай тураһында әйтелгән тип уйларһың.
Һүрәттә: Таҡтаташты Азат ағайҙың улы Ришат һәм кейәүе Зәйнетдин Тимербулатов асты.