Йәмле йәйҙә Баймаҡ районының Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби берекмәһе ағзалары, яҡташ яҙыусы Әхмәр Fүмәр улы Үтәбаев менән берлектә Әбйәлил районының «Йәйғор» ойошмаһы ижадсылары менән осраштыҡ. Баймаҡ делегацияһында тиҫтәгә яҡын китап авторы, тарихсы, һәүәҫкәр композитор, райондың Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты яҙыусы Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов, сәсәниә-яҙыусы Таңһылыу Вәлиева, ижадсылар—апалы-һеңлеле Көнһылыу һәм Зәкиә Сөләймәновалар, Темәстән Рәзинә Бик-ташева, Икенсе Этҡолдан сәсән Әкрәм Ҡәйепҡолов һәм берекмәнең кураторы Венера Әғзәм ҡыҙы Ишбаева булды. Ижадсыларҙы Әбйәлил районының яҙыусылар берекмәһе ағзалары район сигендә үк ҡаршы алып, Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йортона алып барҙы. Унда беҙгә Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары «Ҡуңыр буға» ижади төркөм етәксеһе Мәүлит Ямалетдинов, яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова, «Йәйғор» ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Кәримов, яҙыусы Зөһрә Кашапова, Иҙрис Ноғоманов һәм башҡалар менән осрашыу бәхете тейҙе.
Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән райондары ижадсыларының бергә килешеп эшләүҙәре беҙҙә һоҡланыу тойғоһо уятты. Улар балалар ижадына айырым иғтибар бүлә. Әҙәбиәттә яңы, йәш исемдәр асыу менән бер рәттән, матур әҙәбиәттең уҡымлы булыуына ныҡ баҫым яһайҙар. Яңы ижадҡа килеүселәр ҙә сәхнәгә күтәрелде, остаздары уларға төрлө кәңәштәр бирҙе, яҙышыу оҫталыҡтары менән бүлеште.
—Ижади ойошмаға берләшеүебеҙҙең төп маҡсаты шул: самородокты эшкәртеп алтын кимәленә еткергән кеүек, әҙәбиәттең сифаты өҫтөндә лә эшләү зарур,— тине «Ҡуңыр буға» ойошмаһы етәксеһе М.Ямалетдинов.
Фәһемле һәм йөкмәткеле осрашыу ойоштороусы мәҙәниәт йорто етәкселәренә, уны дәртле алып барған шағирә Фәнүзә Биктимероваға, ҡәләм оҫталарына ҙур рәхмәттәр әйтеп, артабан ижад итеүгә көс-дәрт алып ҡайттыҡ.
«Йәнгүҙәй» әҙәби берекмәһе ағзаһы.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.