Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Апрель 2018, 11:20

ЭШЕ ҠАТЫ, ИКМӘГЕ ТАТЛЫ

Магазин кәштәләрендә хәҙер икмәктең ниндәйе генә юҡ: бойҙай, бойҙай-арыш, кәбәк һәм төрлө тәмләткестәр ҡушып бешерелгәне. Әммә ҡомалаҡ әсеткеһенә ҡабартып, мейестә бешерелгәненә еткәне юҡ. Белеүегеҙсә, бындай икмәк шул тиклем тәмле һәм оҙаҡ һаҡланыусан була. Баймаҡ районының Темәс ауылында ошо боронғо традицияға таянып икмәк етештергән цех бар икәнлеген ишетә белә инем.

Магазин кәштәләрендә хәҙер икмәктең ниндәйе генә юҡ: бойҙай, бойҙай-арыш, кәбәк һәм төрлө тәмләткестәр ҡушып бешерелгәне. Әммә ҡомалаҡ әсеткеһенә ҡабартып, мейестә бешерелгәненә еткәне юҡ. Белеүегеҙсә, бындай икмәк шул тиклем тәмле һәм оҙаҡ һаҡланыусан була. Баймаҡ районының Темәс ауылында ошо боронғо традицияға таянып икмәк етештергән цех бар икәнлеген ишетә белә инем.
Темәстәрҙең түңәрәк өй икмәгенең даны Урал аръяғына ғына түгел, хатта сит өлкәләргә лә таралған. Ысын-ысын. Баҡһаң был йоморо икмәкте эҙләп Магнитогорск, Өфө, Сибай тарафтарынан килеп етә-ләр икән. Себер яҡтарында, Мәскәүҙә, Ҡазанда йә-шәүсе яҡташтарыбыҙ ҡу-наҡҡа ҡайтҡандарында үҙ-ҙәре менән күпләп Темәс икмәген һатып алып китергә күнеккән.
Сираттағы эш сәфәре барышында беҙ, «Атайсал» гәзите хәбәрселәре, был шәп икмәк бешереү цехы менән яҡындан танышырға булдыҡ. Ихатала кочегар Ринат Изгинды тап иттек. Ул ҙур ҡаҙанда ҡомалаҡ ҡайнатыу менән мәшғүл ине.
—Йәйгеһен бөтә коллектив менән ҡомалаҡ йы-йып, әҙерләп ҡуябыҙ. Һу-ңынан ошолайтып, аҙнаһына бер тапҡыр, кипкән ҡомалаҡты 5-6 сәғәт буйына ҡайнатып, төнәтеп бирәм. Ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү менән икмәк бешереүселәр үҙҙәре шөғөл-ләнә,—тип эше менән таныштырҙы ул.
Ринат Мозафар улы тәүҙә икмәк ташыусы машинала йөрөгән. Бынан 5 йыл элек кочегар булып күскән. Хәҙер уға ҙур ме-йескә ут яғыу, икмәк бешереү процесын күҙәтеү, ҡомалаҡ ҡайнатыу бурыстары йөкмәтелгән. Әйт-кәндәй, бындай уникаль мейес Башҡортостанда бе-рәү генә. Унда тик ҡайын утыны яғалар. Шуғалырмы, мейес икмәгенең тәме лә үҙенсәлекле.
Икмәк бешереүселәр-ҙең эше еңелдән түгел. Улар иртәнге сәғәт 6-нан килеп ҡамыр баҫырға тотона. Уны ҡабартып алыу өсөн бер-нисә мәртәбә болғап, әйләндереп-тул-ғандырып алалар. Һуңынан ҡамырҙы йомарлап үлсәп майланған форма-таба- ларға һалалар. Берәй сәғәт ҡалҡҡандан һуң уны ме-йескә оҙаталар.
—Ҡомалаҡ икмәген бешереү—бик оҙайлы процесс. Иртәнге 7-се яртыға ҡамыр баҫып ҡуйғайныҡ, көндөҙгө 2-се яртыла ғына икмәкте бешереп алдыҡ. Тимәк, икмәктең бер пар-тияһын бешереп алыу өсөн ете сәғәт китә. Ә беҙ кө-нөнә 2-3-әр партия икмәк етештерәбеҙ,—тип эш процесы менән таныштыра Зинира Дауытова.
Әле көнөнә 800-900 икмәк етештерһәләр, йәй-геһен был һан меңдән ашып китә икән. Бынан тыш, оҫта ҡуллы икмәк бешереүселәр төрлө бәлештәр, булка-рогаликтар, печеньелар бешереп һата.
Халыҡ әйтеүенсә, Баймаҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ҡараған икмәк бешереү цехының 40 йыллыҡ тари-хы бар. Уңған коллектив менән Гүзәл Ишбулды ҡы-ҙы Зәйнәғәбдинова етәкселек итә. Унда 11 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла телде йоторлоҡ тәмле ҡомалаҡ икмәген бешереү серҙәрен яҡшы белә.
Һүрәттә: «Икмәк—төп байлығыбыҙ»,—ти икмәк бешереүселәр Зинира Дауытова, Гөлнара Яхина һәм кочегар Ринат Изгин.