Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Февраль 2018, 12:42

ҠОЙМАҒЫН ДА АШАНЫҠ, БЫЙМАЛАР ҘА ЫРҒЫТТЫҠ

Ни сыҡһа ла, шул сибайҙарҙан сыға. Ҡалала быйма байрамы уҙасағын хатта «Юлдаш» радиоһынан да хәбәр иттеләр. Эшләй белгән кеүек ял итергә ярата сибайҙар, шуға байрамдарҙы уйлап сығарып ҡына торалар. Ҡышты оҙатыу менән быйма байрамын уҙғарыуҙы берләштереү—ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы үҙәк майҙанға йыйып алыуға үҙе бер сәбәп булды.

Ни сыҡһа ла, шул сибайҙарҙан сыға. Ҡалала быйма байрамы уҙасағын хатта «Юлдаш» радиоһынан да хәбәр иттеләр. Эшләй белгән кеүек ял итергә ярата сибайҙар, шуға байрамдарҙы уйлап сығарып ҡына торалар. Ҡышты оҙатыу менән быйма байрамын уҙғарыуҙы берләштереү—ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы үҙәк майҙанға йыйып алыуға үҙе бер сәбәп булды.
Ҡышты оҙатыу сараһына ҡаланың мәҙәниәт, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре айырым көс һалған. Өҫтәлдәр тулы һый-ниғмәт, ҡул эштәре күргәҙмәләре лә уңышлы ғына килеп сыҡты. Ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты иһә ҡаланың «Тиҫтер» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы менән берлектә быйыл беренсе тапҡыр ҡалала быйма байрамы уҙғарырға ҡарар итте. Был сараға комитетҡа рәйес булып яңыраҡ ҡына тәғәйенләнеүсе Фәнил Fабдрафиҡ улы Әминев айырым баҫым яһаны.
—Бынан бер нисә йылдар элек Түбәнге Новгородҡа еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионатына барғанда халыҡ өсөн ойошторолған быйма байрамында ҡатнашҡайным. Уны бер ҡыйынлыҡһыҙ беҙҙә лә уҙғарып була тип дөйөм эшкә тотондоҡ,—ти йүгереү буйынса Рәсәй Чемпионы Фәнил Әминев.—Талаптар ҡыйын түгел: аяғыңа уңайлы ла, йылы ла булған быйманы кейәһең дә майҙанға сығаһың. Эйе, эйе, быйма кейеп килгәндәре өсөн генә лә приз тапшырҙыҡ.
Ысынлап та, йәше лә, ҡарты ла быймала ине был көндө. Малайҙар рәхәтләнеп туп типһә, хоккейсыларға ла боҙҙа шыуыуы шул тиклем уңайлы булды. Ҡулайлы аяҡ кейеме кейеүселәр араһында йүгереү буйынса ярыштар ҙа ойошторолдо. Шулай ҙа байрамдың төп өлөшө—алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу ине. Уны шәп ырғытыусыға шәхси эшҡыуар, сараның бағыусыһы Венера Бикова өр-яңы быйма әҙерләгәйне. Төп призды алырға теләүселәр арыуыҡ булды. Шулай ҙа Дамир Рәхимғолов кеүек алыҫҡа ырғытыусылар табылманы. Еңеүсе бер быйманы—24,1, икенсеһен 26,8 метрға һелтәне. Ул майҙандан аяғына таҙа йөндән баҫылған шәп быймаларҙы кейеп ҡайтып китте. Быйылға уның артыҡ кәрәге теймәҫ, сөнки тап байрам уҙғарылған көндө селлә лә сыҡты, көндәр ҙә оҙонайҙы, яҙ һулышы ла һиҙелә.
Халыҡты берләштергән халыҡ байрамы күңелдәргә дәрт, яҙ кәйефе өҫтәне.
Гөлдәр Иҙрисова.
Читайте нас: