Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Февраль 2018, 11:29

«СКАНДИНАВСА» АТЛАУСЫЛАР АУЫЛ ТУЛЫ

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына юлығыҙ төшкәндә ике таяҡҡа таянып һәлмәк кенә атлап йөрөгән кешеләрҙе осратһағыҙ, аптырамағыҙ.

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына юлығыҙ төшкәндә ике таяҡҡа таянып һәлмәк кенә атлап йөрөгән кешеләрҙе осратһағыҙ, аптырамағыҙ. Юҡ, юҡ, Ишбирҙелә урам тулып, үткән бер кешегә абалап өрөп ҡалған эттәр юҡ, урамдары ла тайып ҡоларлыҡ тайғаҡ түгел. Сере ябай ғына: ишбирҙеләр «скандинавса йөрөү» исемле заманса спорт «сире» менән «ауырып» киткәндәр икән. Был «сирҙе» беренсе булып кем эләктергәндер инде, хәҙер быны асыҡлауы ауыр. Ә бына районда беренселәрҙән булыуҙарын йәшермәйҙәр. «Бөтә районды «скандинавса» атларға беҙ өйрәттек»,— тиҙәр улар ғорурлыҡ менән.
Ниңә, бик һәйбәт эш. Ишбирҙелә тәбиғәт иҫ китерлек: урман, эргәнән генә таҙа һыулы тау йылғаһы—Йылайыр ағып ята, һауаһы—һулап туймаҫлыҡ. Шуға спортты ла өҫтәһәң, Ишбирҙелә йөҙйәшәр бабай менән инәйҙәр бермә-бер артып та китер әле.
Фәрит Әхмәров.