Һынауҙы уңышлы үтә алһа, ер аҫты эштәре өсөн ҡулайландырып тәпәш итеп эшләнгән 33 тонна һыйҙырышлы BELL B33L самосвалы сит илдәрҙә сығарылған күп кенә самосвалдарға яҡшы конкурент буласаҡ. Сыныҡтырылған ҡаты ҡоростан эшләнеп, юғары технология нигеҙендә әҙерләнгән экономлы двигатель ҡуйылыуы, өр-яңы уңайлы электроника—бына шулар уның өҫтөнлөгө. Тәпәш, компакт булыуы ла ҡыҫынҡы ер аҫты шартарында эшләү өсөн бик уңайлы.