Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Февраль 2018, 11:38

Ожмахты ташламайҙар!

Декабрь урталарында «Атайсал» гәзите редакцияһын эҙләп сәстәренә сал ҡуна башлаған ике уҙаман килеп инде. Уларҙың береһе минең ауылдашым, Йылайыр районының Аралбай ауылы кешеһе Тауылбаев Фәйзулла ағай мәрхүмдең улы Әсхәт, икенсеһе—Әсхәттең дуҫы, Үрге Fәле ауылы кешеһе Дәүләтҡолов Ирек Ҡотлоғәфәр улы булып сыҡты.

Декабрь урталарында «Атайсал» гәзите редакцияһын эҙләп сәстәренә сал ҡуна башлаған ике уҙаман килеп инде. Уларҙың береһе минең ауылдашым, Йылайыр районының Аралбай ауылы кешеһе Тауылбаев Фәйзулла ағай мәрхүмдең улы Әсхәт, икенсеһе—Әсхәттең дуҫы, Үрге Fәле ауылы кешеһе Дәүләтҡолов Ирек Ҡотлоғәфәр улы булып сыҡты.
Күрешеп танышҡас, Әсхәт:
—Мин быйыл Аралбай ауылында атайымдың нигеҙенә өй күтәреп сыҡтым. Унан тыш тыуған ауылымда иҫән ҡалған берҙән-бер бина—йөҙәрләгән йыллыҡ тарихы булған мәсетте ремонтлап бөтөп барам. Шулайтып, Аралбайҙы бөткән ауылдар иҫәбенән һыҙып ташларға ниәтләп ҡыр талашып йөрөп ятҡан көн. Ваҡыт табып, Аралбайға килеп сығығыҙ. Адресым: Һаҡмар урамы, 16-сы йорт. Ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ,—тине.
...Ауылдарҙың яҙмышы ла хас кешеләрҙеке кеүек: улар ҙа донъяға тыуа, балалыҡ, йәшлек осорон кисерә, балалар үҫтереп, гөрләп йәшәй һәм, ҡартайып, юҡҡа сыға, икән. Беҙ, балалар, уларҙың «үлгәнен»үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәһәк тә, ишетеп йөрөнөк. Ололар Ҡомкисеү, Шәмсетдин, Ҡәрйән, Йәйләү, Һаҡтау, Аҡташ исемле бөткән ауылдарҙы һағынып иҫкә алыр ине. Күпмелер ваҡыт үткәс беҙҙең һөйөклө ауылыбыҙға ла шундай уҡ яҙмыш янар тип кем уйлаһын?!
Һаҡмарҙы һыулап, бейек-бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан бәләкәй генә Аралбайыбыҙҙы беҙ шул тиклем ныҡ яраттыҡ. Ундағы иркенлек, хозурлыҡ, ундағы матурлыҡ! Йәй буйы рәхәтләнеп, биҙрәләп еләк, сейә йыйыуҙар. Һаҡмарҙан сыҡмай, күгәреп бөткәнсә һыу төшөүҙәр. Көҙҙәрен үтә күренеп ятҡан боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуыу. Оҙон ҡыш буйы саңғынан төшмәү...Ҡунаҡҡа килгән кешеләр, ожмах кеүек ерҙә йәшәйһегеҙ бит һеҙ, тип аптырай торғайны. Шуғамы икән, ҡасан да булһа бер ваҡыт беҙҙең Аралбайыбыҙ ҙа бөтөр тигән уй башыбыҙға инеп тә сыҡманы. Ожмахты ташлап китәләрме ни!
Олоғайыу ғәләмәтеме икән, һуңғы осорҙа тыуған ауылым төшөмә йыш керә. Малайҙар йыйылып Ҡурҡыс башында көлгә картуф күмеп ашап ултырабыҙ икән, йә Һаҡмарға ауып торған ҡырҡҡан кеүек тура ҡая башында нигеҙгә таш сығарып йөрөйөм икән, тим. Лыс һыу булып тертләп уянып китәм дә йоҡлай алмай оҙаҡ уйланып ятам…Һағындырған Аралбайым, ҡайтып әйләнер кәрәк...
Ике меңенсе йылдар башында, ҡыш, Үрге Fәлегә төшөп, Һаҡмар буйлап Аралбайға йәйәү барҙым. Ауылда 11 өй ҡалған. Илтенбаев Хәмиҙулла, Боҫҡонов Абдулла, Һеләүһенов Аллабирҙе ағайҙар, Ҡотоева Камила инәйҙәр Сиҙергә (Сидоровка ауылын беҙҙең яҡта шулай атап йөрөтәләр) күсмәгәндәр ине әле. Элекке ут күршебеҙ Мәғәзирә инәйҙең инеп хәлен белдем. Ете-һигеҙ йылдан һуң ҡабат килһәм...өй урындарында тейелмәй ҡалған нигеҙ таштары, кесерткән, әрем баҫ-ҡан кәртә урындары һәм элек ишек алды булған урындарҙа үҫеп ултырған бойоҡ тирәктәр генә етемһерәп ҡаршы алды. Ҡурҡыс янында үҫеп ултырған мөһабәт ҡайын сереп ҡолаған. Ауылымдың элекке күрке—йөҙйәшәр мәсет кенә үҙ урынында моңайып ултыра.
Яҡыныраҡ барып, ишеген асып инергә ҡыймай, оҙаҡ ҡарап торҙом мәсетемә. Тыныс ҡына ҡарап тороп булмай шул ауылымдан ҡалған берҙән-бер ҡомарт-ҡыға. Күҙҙән йәш бөртөктәре бәрә лә сыға, бәрә лә сыға. Танау төбө лә емшей. Балаларын үҫтереп, ситкә осороп, ҡартайып, хәле бөткән көндә яңғыҙ ҡалған ҡарт инәйгә оҡшатып ҡуям мин уны... Таяғын тотҡан да яңғыҙ үҙе өйө нигеҙенә ҡыҙынырға сыҡҡан... Бына-бына ҡытыршыланып ҡатҡан ҡулын һүнеп барған күҙҙәре өҫтөнә ҡуйыр ҙа көсһөҙ тауыш менән:
—Улым, һин кемдең улы булаһың әле?—тип һорар кеүек...
Түҙерлек әмәл юҡ.
...Тауылбаев Әсхәт Фәйзулла улы 1966 йылда Аралбай ауылында тыуған. Тыуған ауылының башланғыс, Үрге Fәле һигеҙ йыллыҡ, Матрайҙың урта мәктәбен тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Армиянан һуң Магнитогорскиҙа төҙөлөш техникумын тамамлаған, һигеҙ йыл Йылайырҙа хужалыҡ иҫәбендәге төҙөлөш-монтаж эштәре участогында эшләп алған. Өфөләге дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһында уҡып эксперт-баһалаусы һөнәрен алып сыҡҡас Краснодар ҡалаһында техник-эксперт булып эшләгән. Хәҙер тыуған яғында—Йылайырҙа йәшәй, шәхси предприятие асҡан.
«Олоғайған һайын кендек ҡаның тамған тыуған төйәккә һөйөү арта ғына бара икән. Мин дә Аралбайҙы һағынып ҡаҡшаным. Түҙер әмәл ҡалмағас, өй һалып сыҡтым. Йылайырҙан теркәүҙән төшөп, Аралбайыма иҫәпкә торҙом. Хәҙер мин Аралбайҙа теркәлгән беренсе һәм хәҙергә бында йәшәгән берҙән-бер кеше. Тиҙҙән артырбыҙ тип торам. Былтыр ауылдашым Һеләүһенов Рәүеф Аллабирҙе улы ла атаһы нигеҙенә бура бушатты».
«Әҙ генә бушаһам, Аралбайға сабам,—ти Әсхәт. Юҡ, ял итергә бармай ул тыуған ауылына, эшләргә ҡабалана. Зыяраттың кәртәһен рәтләп, матур итеп ҙур беседка яһап ултыртҡан. Мәсеттең тәҙрә яңаҡтарын, рамдарын яңыртып, ҡыйығын йәшел ҡалай менән ябып, алдын рәшәткә менән кәртәләп ҡуйған. «Быйыл манараһына тотонорға тип торабыҙ,—ти Әсхәт Фәйзулла улы.—Тик ярҙамсылар кәрәк булыр, моғайын. Ауылдаштарым араһынан ярҙамсылар табылһа бик яҡшы булыр ине. Дуҫым Ирек менән генә осона сығып булмаҫ—күтәрешеп, алып биреп торорға ла кеше кәрәк бит».
Изге эш сауапһыҙ ҡалмаҫ, тиҙәр. Тыуған-үҫкән ере, яҡташтары өсөн борсолоп, Башҡортостан картаһынан төшөп ҡала яҙған ауылын терелтәм тип янып йөрөгән Әсхәт Фәйзулла улының да эше ерҙә ятып ҡалмаҫ, тип ышанайыҡ. Уға изге эшендә уңыштар теләп ҡалайыҡ һәм хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итәйек.
Фәрит Әхмәров.
Аралбай ауылы.