АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Декабрь 2017, 11:14

ТОРМОШ ДАУАМ ИТӘ

Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында Темәс интернатының Түбә өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы яҡлау үҙәге, үҙебеҙсә әйткәндә Ҡарттар йорто, эшләп килә. Үҙәктә ниндәй генә кеше юҡ: ғүмере буйы эшләп, ҡартлыҡ көнөндә кеше ярҙамына мохтаж өлкәндәр, ауырып һаулығын юғалтҡан йәшерәктәр менән бергә күреүҙән мәхрүмдәр, ҡул-аяғы зәғифләнеп йөрөй алмағандар, йорт-ерһеҙ ҡалып, урамға сығарып ташланғандар ҙа ошо йортта һыйыныр урын тапҡан.Редакциянан: Әбделәхәт Бикбулатов «Атайсал» менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Әле лә Ололар йортоноң тормошо тураһында ентекләп яҙып ебәргән. Бөтә нәмә лә ул яҙғанса ал да гөл түгелдер инде. Яңғыҙлыҡ бер Аллаға килешһен. Үтеп барған йылда редакция хеҙмәткәрҙәре был йортҡа ике дана «Атайсал» гәзите яҙҙыртҡайны. «Берҙән-бер гәзитте талашып уҡыйбыҙ»,—тине бер шылтыратҡанында Әбделәхәт. 56 кешегә (был иҫәпкә хеҙмәткәрҙәр инмәгән әле!) бер гәзит әҙерәктер инде ул. Унан тыш, уларҙың бит үҙ райондары, Башҡортостан яңылыҡтарын да белгеһе килә. Бағыусылар табылып, ошо йортта көн күреүселәргә тағы ла «Атайсал», «Башҡортостан», «Йәшлек», район гәзиттәрен яҙҙырһалар ҡалай шәп булыр ине. Улар бит беҙҙең иғтибарға һыуһаған.

Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында Темәс интернатының Түбә өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы яҡлау үҙәге, үҙебеҙсә әйткәндә Ҡарттар йорто, эшләп килә. Үҙәктә ниндәй генә кеше юҡ: ғүмере буйы эшләп, ҡартлыҡ көнөндә кеше ярҙамына мохтаж өлкәндәр, ауырып һаулығын юғалтҡан йәшерәктәр менән бергә күреүҙән мәхрүмдәр, ҡул-аяғы зәғифләнеп йөрөй алмағандар, йорт-ерһеҙ ҡалып, урамға сығарып ташланғандар ҙа ошо йортта һыйыныр урын тапҡан.
Бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған бүлмәләрҙә 4-5 кенә кеше йәшәй. Беренсе ҡаттағы ике бүлмәлә генә йөрөй алмағандарҙы ҡарау уңайлы булһын өсөн күберәк койка ҡуйылған. Аҫҡы ҡаттағы ҡунаҡ бүл-мәһендә ҙур экранлы телевизор тора, уны йомшаҡ диван, ҡәнәфиҙәргә ултырып ҡарарға мөмкин. Ике йөҙгә яҡын лазер-диск кино тупланған. Туғандар хәл белә килһә, ошонда уҡ осрашып, һөйләшеп ултырабыҙ. Беренсе ҡатта медпункт бар. Медицина ярҙамына мохтаждарҙы өлкән шәфҡәт туташы Fил- миниса Үҙәнбаева ҡарай.Ошо ҡатта заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған аш бүл-мәһе менән ашхана урынлаш-ҡан. Туҡланыу бер сменала ойошторолған, йөрөй алмағандарҙы санитаркалар үҙҙәре ашата. Беҙҙе тәмле аштары менән ҡыуандырған ашнаҡсылар һәм аш бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре тураһында яҙмаһам гонаһ булыр. Бына улар: Фәниә Мәҡсүтова, Гөлназ Боҫҡонова, Гөлнәзирә Таһирова, Рәүилә Аслаева, Регина Яхина. Уларҙың тырышлығы менән беҙ көнөнә дүрт тапҡыр туҡланабыҙ. Рацион бик бай, ашты һәр ваҡыт төрләндереп бешерәләр. Ә инде беҙҙе ашатыу, тәрбиәләү санитаркалар Мәзүнә Ишниязова, Айһылыу Әхмәтова, Рәзилә Абдуллина, Венера Мусина, Эльвира Баҡыева, Розалия Әхмәтова, Марина Ишкова иңендә. Улар көндө төнгә ялғап беҙҙе ҡарай: алмашлап көн дә бөтә бүлмәләрҙе йыуып сығалар, көн һайын йөрөй алмаған ауырыуҙарҙың түшәген алыштыралар. Бүлмәләр һәр ваҡыт таҙа, бөхтә. Вахтерҙар Әхтәр Мәмбәтҡолов, Исмәғил Әх-мәтов, ҡарауылсылар Булат Рәхмәтуллин, Илдус Байназаров беҙҙең ғүмеребеҙ һағында тора, тәртип һаҡлай. Берәй ауыр хәл килеп сыҡһа, ярҙам кәрәкһә йүгереп килеп етәләр. Кер йыуыусы Миңһылыу Fәйнуллинаның тырышлығы арҡаһында өҫтөбөҙ бөтөн, таҙа түшәктә йоҡлайбыҙ. Хужалыҡ эшсеһе Ринат Хәлитов мунса яғып ҡуя. Беҙ сиратлап кинәнеп йыуынабыҙ. Үҙәкте, ашхананы аш-һыу, беҙҙе кейем-һалым менән тәьмин итеү сестра-хужабикә Нурзиә Утарбаева иңенә төшкән. Ул оҫта ойоштороусы ла.
Бөтә коллективты Руслан Хәмитов етәкләй. Тормош дауам итә.
Әбделәхәт Бикбулатов.
Баймаҡ районы.
Түбә ҡасабаһы.
Редакциянан: Әбделәхәт Бикбулатов «Атайсал» менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Әле лә Ололар йортоноң тормошо тураһында ентекләп яҙып ебәргән. Бөтә нәмә лә ул яҙғанса ал да гөл түгелдер инде. Яңғыҙлыҡ бер Аллаға килешһен. Үтеп барған йылда редакция хеҙмәткәрҙәре был йортҡа ике дана «Атайсал» гәзите яҙҙыртҡайны. «Берҙән-бер гәзитте талашып уҡыйбыҙ»,—тине бер шылтыратҡанында Әбделәхәт. 56 кешегә (был иҫәпкә хеҙмәткәрҙәр инмәгән әле!) бер гәзит әҙерәктер инде ул. Унан тыш, уларҙың бит үҙ райондары, Башҡортостан яңылыҡтарын да белгеһе килә. Бағыусылар табылып, ошо йортта көн күреүселәргә тағы ла «Атайсал», «Башҡортостан», «Йәшлек», район гәзиттәрен яҙҙырһалар ҡалай шәп булыр ине. Улар бит беҙҙең иғтибарға һыуһаған.
Читайте нас: