Яңыраҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә «Урал батыр» эпосын төрлө тел-дәрҙә яттан һөйләү бу-йынса VIII Халыҡ-ара конкурс үтте. Мәртә-бәле ярышта Сибай ҡалаһы намыҫын яҡ- лаусы Илзирә Салихова I урын яуланы.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы быға тиклем республика кимәлендә үткәрелеп килде. Быйыл иһә Франция, Израил, Һиндостандан килделәр. Йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан бәй-гелә халыҡ ижадыбыҙ өлгө-һө инглиз, ғәрәп, грек һәм башҡа дәүләт телдәрендә яңғыраны.
—Конкурсҡа әҙерләгән инглиз теле уҡытыусыһы Рәмзилә Байсыуаҡова менән берлектә текст өҫтөндә генә эшләп ҡалманыҡ, ә музыка ҡоралдарында уйнауға һәм костюмға ҙур иғтибар бир-ҙек,—ти Сибай гимназия-интернатының 10 «Б» класы уҡыусыһы Илзирә Салихова.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы ҡыҙы «Урал батыр» эпосы менән башланғыс клас-тарҙан уҡ ҡыҙыҡһына. 1500 юл ятлап, район кимәлендә призлы урындарға сыға. Гимназия-интернатҡа уҡырға килгәс иһә эпосты инглиз телендә өйрәнеү теләге тыуа. Илзирә быйылғы конкурста 200 юл ятлап, баһалама ағзаларын интонацияның дөрөҫ ҡуйылышы, артислыҡ һәләте менән арбаған. Шулай уҡ думбыра менән ҡумыҙҙа ла уйнап ишеттергән.
һүрәттә: Илзирә уҡытыусыһы менән.