«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ»,—ти халыҡ мәҡәле. Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының IV курс студенты Рафаэль Яхиндың да ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ошо көндәрҙә тырыш егет Берләшкән Fәрәп Әмирлектәрендә үткән 44-се WorldSkills-2017 Эшсе һөнәрҙәренең донъя чемпионатында таш юныу буйынса бронза миҙал яулап ҡайтты.
Һөнәри оҫталыҡ конкурсы Абу-Даби ҡалаһында 15-19 октябрҙә уҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: 58 йәш кешене берләштергән Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм беренселектә еңеү яуланы. Конкурстың 52 йүнәлешендә көс һынашҡан яҡташтарыбыҙ иҫәбендә 6—алтын, 4—көмөш һәм 1 бронза миҙал. Ә ярышта Ер шарының 69 иленән 1300 кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булған 19 йәшлек Рафаэль Яхин иһә таш юныу эшендә Бразилия һәм Англия оҫталарынан ғына ҡалышты. Ул ойоштороусылар ҡуйған бөтә бурыстарҙы ла ваҡытында һәм урын-еренә еткереп башҡарыуға өлгәшкән.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән егет мәртәбәле ярышҡа ике йыл буйына әҙерләнә. Ул тәүҙә төбәк конкурсында алдынғылыҡты яулай, унан Краснодарҙағы милли беренселектә еңеп сыға. Һөҙөмтәлә, ил йыйылма командаһының киңәйтелгән исемлегенә эләгә. Унда ла һайлап алыу турҙарында ҡатнашып, күнекмәләр үткәргәндән һуң ғына донъя ярышында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының тәбиғи таш эшкәртеү технологиялары уҡытыусыһы, милли эксперт Марина Попова белдереүенсә, таш юныу эше Рәсәйҙә бик үҫешмәгән, сөнки төҙөлөштә өҫтөнлөк күберәк кирбескә бирелә. Рәсәйҙә таш эшкәртеү оҫталарын Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙә, Краснодарҙа һәм Тывала ғына әҙерләйҙәр.
—III урын яулауым менән ҡәнәғәтмен, сөнки илебеҙҙә был йүнәлеш яңыраҡ ҡына үҫешә башланы. Минең бронза ҡаҙанашым Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында тәүге миҙал,—тине Рафаэль, уҡыу йортонда уны тәбрикләү тантанаһында.—Еңеү еңел бирелмәне, әммә Европалағы чемпионаттан ҡатмарлыраҡ түгел, сөнки ярышҡа ныҡлап әҙерләндек. Күнекмәләр, йыйылыштар күп булды, улар ярҙамында белемемде камиллаштыра алдым. Миҙалға юл оҙайлы булды. Уңышым дөйөм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Остаздарым Марина Попова һәм Әсҡәт Ишбаевҡа, колледж директоры Лундеж Байморатовҡа һәм уның урынбаҫары Нәркизә Юсубалиеваға миңә ышанғандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Лундеж Хәлит улы хәстәренән айырманы, ҡорамалдар һатып алды һәм еңеү өсөн барыһын да эшләне. Донъя чемпионатында яулаған теләһе ҡайһы миҙал—ул ҙур ҡаҙаныш! Сарыф ителгән ваҡыт һәм көс ошондай ҡыуаныслы мәлгә килтереүенә шатмын!
Сибай колледжы студенттары 2013 һәм 2015 йылдарҙағы донъя ярыштарында ла үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәйне. Ә быйылғы ил беренселегендә еңеү яуланылар. Тимәк, 2019 йылда Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ сираттағы донъя чемпионатында еңеүселәр араһында Сибай егеттәренең исеме яңғырауы ихтимал.